Йәмғиәт
28 Апрель 2021, 18:00

"Ундай кеше юҡ..."

84 йәшлек Линаф Кирәевтең юғалыуы тураһында 17 апрелдә хәбәр ителгәйне. Әле асыҡланыуынса...

Өфөнән 84 йәшлек Линаф Кирәевтең юғалыуы тураһында 17 апрелдә үк билдәле ине. Яңыраҡ "Лиза-Алерт" ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, уның дауаханала вафат булғаны асыҡланған.
Оло кешенең өйгә ҡайтмауы тураһында саң ҡағып, туғандары икенсе көнөнә үк полицияға, "Лиза Алерт" эҙләү отрядына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ирекмәндәр әйтеүенсә, "Өфөнет" урам камералары буйынса ҡарап, ирҙең кешеләр менән һөйләшеүе, урамдан үтеп барыуы, магазинға инеүе асыҡланған. Шаһиттарҙың һүҙҙәренсә, уға оҡшаған кешене "Ашығыс ярҙам" бригадаһы алып киткән.
Туғандары, ирекмәндәр бөтә ерҙән оло кешене эҙләгән арала, тимәк, ул дауаханала ятҡан. Ошо урында тағы ирекмәндәрҙең һүҙҙәрен килтерәйек: "Дауаханаларҙы икенсегә борсойбоҙ - һөҙөмтәһеҙ - ундай кеше юҡ, тиҙәр. Шәхестәре асыҡланмаған пациенттар араһынан ҡарауҙарын үтенәбеҙ - мәғлүмәт юҡ. Юғалыусының ейәне үҙе, олатаһының фотоһын һәм документтарын күрһәтеп, ҡаланың бөтә дауаханаларын йөрөп сыға - "ундай кеше беҙҙә юҡ" тигән яуап ала".


21 апрелдә Линаф Кирәевтең дауаханаларҙың береһендә үлеп ҡалғаны тураһында ишетәләр. Уны эҙләп был медицина учреждениеһына ла ирекмәндәр шылтырата ла, килеп тә белешә. "Ошо мәлдә хатта ғәҙелһеҙлектән илағы килә. Ниңә медицина учреждениелары эҙләү отряды менән дә, туғандары, хатта полиция менән дә хеҙмәттәшлек итергә теләмәй?"
Бик ҡыйын хәл. Хеҙмәт ветеранының һуңғы көндәрендә билдәһеҙлектә булып, хатта кешесә яҡындары менән хушлаша ла алмауы үкенесле...
Фото: "Башинформ".
Читайте нас