Йәмғиәт
28 Апрель 2021, 16:15

Йәштәр өсөн - ҙур этәргес

Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Үҫеш биләмәһе – Смарт-тау 5.0” йәштәр белем биреү форумы тамамланды.

Бөгөн Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Үҫеш биләмәһе – Смарт-тау 5.0” йәштәр белем биреү форумы үҙ эшен тамамланы.
“Смарт-тау” майҙансығында студенттар һәм эшләгән йәштәр һигеҙ йүнәлеш буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. Улар - ирекмәнлек, ижад, йәштәр медиаһы, патриотик тәрбиә, йәштәр мөхитендә кире күренештәрҙе иҫкәртеү, социаль лифттарҙы үҫтереү, спорт, сәләмәт тормош рәүеше, туризм һәм студенттар башланғыстары.
Һәр береһендә эксперттар менән жюри ағзалары өсәр еңеүсене билдәләне, улар үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн 50, 30 һәм 20 мең һумлыҡ гранттар аласаҡ.
"Минең “Өлкән класс уҡыусыларының “Зимовка” төбәк-ара ижади-уйынтехник слет” проекты медиа һәм уйын техникаһы тармағында һәләтле йәштәрҙе табыуға, артабан уҡытыуға, уйындарҙы лагерҙа тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Был форум проектымды тормошҡа ашырыу өсөн башланғыс нөктә булып тора", - тине “Ижади йәштәр башланғыстары” номинацияһы еңеүсеһе Эльвина Байбулатова.
Грант конкурсында ҡатнашҡан һәр кем Бөтә Рәсәй форумдарына тәҡдим ителәсәк.
"Башҡортостан – мөмкинлектәр төбәге, был форумдар ­- стартапҡа тура юл. Уларҙан ныҡлы файҙаланырға кәрәк", - тине “Рәсәй йәштәре” ойошмаһының төбәк хеҙмәттәшлеге идаралығы начальнигы Кирилл Литвицкий.
“Үҫеш биләмәһе” майҙансығында 14-тән 17 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары НТИ Түңәрәктәр хәрәкәте федераль эксперттары менән бергә үҙ карьера траекторияһын ҡараған һәм йәштәргә республиканың инновациялы үҫешенә булышлыҡ итәсәк проекттар төҙөгән. Быйыл ике ҙур йәштәр форумы бер дөйөм бренд – “Уңыш инсайты” аҫтында үтте. Ул фән һәм технологиялар йылы менән кешенең космосҡа беренсе осошона 60 йыл тулыуға арналды.
Өс көн буйы ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, проект сессиялары, кейстар һәм консультациялар ойошторолдо. Форумды республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды, республиканың ирекмәндәр үҙәге һәм башҡалар ойошторҙо.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас