Йәмғиәт
29 Апрель 2021, 14:00

"Баланы имеҙергә килтергәндә үк быны тойғайным..."

“Һине бала табыу йортонда алмаштырғандар бит, бөтәһе лә шулай һөйләй...” Ғафури районындағы хәл тотош илде тетрәндерҙе...

НТВ каналының “ДНК” тапшырыуында ошо көндәрҙә Башҡортостандан Рәмзилә Кәримова исемле ҡатын ҡатнашты. Программаға уны ғүмер буйы күңелендә йөрөткән шиге алып килгән: ул үҙ ғаиләһендә сит кеше түгелме?
Эш шунда: Рәмзилә ханымға 11 йәш тирәһе булғанда уға йәштәштәре: “Һине бала табыу йортонда алмаштырғандар бит, бөтәһе лә шулай һөйләй”, - тип хәбәр иткән.
Аҙаҡ ошоға оҡшаш шиген әсәһе лә апаһы менән серләшкәндә белдергән: “Бала табыу йортонда ҡыҙымды имеҙергә алмаштырып килтергәндәй тойҙом, тик ундай насар уйҙы башымдан ҡыуҙым”, - тип һөйләгән ҡатын...
Рәмзилә Кәримова Ғафури районында алты балалы ҙур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән. Уның биш апай-һеңлеһе, бер ағаһы булған.
“Беҙ бик матур йәшәнек, атайыбыҙ менән әсәйебеҙ үҙ-ара йылы, мөхәббәтле мөнәсәбәттә булды, беҙҙе лә берҙәм итеп тәрбиәләне. Мине хатта артығыраҡ яраталар һымаҡ тоя инем. Атайыбыҙ йәш кенә килеш, 38 йәшендә, вафат булған, шуға уны бик яҡшы иҫләмәйем. Мәгәр беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәйебеҙ бик күп көс һалды, ғаиләбеҙҙе тарҡатманы, ныҡышмал, булдыҡлы итеп тәрбиәләне ”, - тип һөйләй яҡындары тураһында ҡатын.
Барыһы ла яҡшы булғас, уны нимә борсой һуң?
Баҡһаң, күңелдәге шик ҡорто тынғылыҡ бирмәй икән. Ҡатынды аңларға була: һәр кемебеҙ сығышын, ҡанбабаларын, тамырҙарын белергә хаҡлы...
Программала Рәмзилә Кәримованың ике бер туған һәм ике туған апаһы ла килгәйне. Ысынлап та, башҡорт ҡатындары сабыр, аҡыллы, татыу һәм берҙәм булыуы менән һоҡландырҙы. Улар Рәмзиләнең фәҡәт үҙҙәренеке икәнлеген, икенсе ғаиләгә ҡағылышы булыуына ышанмауын белдерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһенең дә өмөттәре аҡланманы: ДНК анализы Рәмзилә Кәримованың туғанлыҡ йәһәтенән үҙе үҫкән, өҙөлөп яратҡан яҡындарына бер генә ҡағылышы ла булмауын күрһәтте. Бик татыу һәм бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер торған апалы-һеңлеле ҡатындарҙың тетрәнеүен күреү һәр кемгә ауыр булғандыр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Рәмзилә Кәримова менән алмаштырылған икенсе ҡатын табылмаған.
ДНК программаһында 1966 йылдың авгусында Красноусол бала табыу йортонда тыуған ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иттеләр: кемдер, Рәмзилә ханым кеүек, сит ғаиләлә үҫкәнен белмәй ҙә килеп сыға бит.
Бына шулай, медицина персоналының вайымһыҙлығы һәм хеҙмәти бурысына битрафлығы ошондай ауыр, аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ил буйынса бындай миҫалдар бихисап.
Фото: программанан скриншот.
Читайте нас