Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикала “Атайсал” проекты эшләй башланы. Ул үҙ сиктәрендә республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелә.
Бының өсөн республика Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы махсус сайт асты. Унда теләгән һәр кем теркәлеп, үҙ проектын тәҡдим итә ала. Хәйбулла районында был йүнәлештә эштәр башланды ла инде. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев "Атайсал"да Таштуғай ауылындағы ҡоҙоҡто ремонтлау һәм төҙөкләндереү проекты менән ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә белдергән. Проект хаҡы - 30 мең һум.
"Башҡортостанда Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған «Атайсал» исемле проект киң ҡолас ала бара. Был башланғыстың асылы шунда: һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Мин дә ҡушылдым. Тыуған ауылым Таштуғайҙа ҡоҙоҡто таҙартып, уны бурап, кәртәләп, беседка ҡуйырға ниәтләйем. Ауылдаштарым был ниәтемде тормошҡа ашыра башланы ла инде. Кисә бер туған ҡустыларым Хәсән, Хөсәqtн, ҡорҙашым Фаҡил, Рәүил ҡусты һәм ураҙала булыуҙарына ҡарамаҫтан еҙнәйҙәрем Факил, Фәрит ең һыҙғанып эш башланы. Изге сәғәттә!"
Фото: Х. Үтәшевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.