Йәмғиәт
29 Апрель 2021, 17:30

Легендар предприятие оло юбилейына әҙерләнә

“Башавтотранс”та илдәге иң ҙур тимер юл фажиғәһендә зыян күргәндәрҙе эвакуациялауҙа ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр менән осрашыу булды.

Быйыл “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.
100 йыллыҡ айҡанлы уның музейын булдырыу буйынса эш алып барыла.
Бөгөн, 29 апрелдә, “Башавтотранс” идаралығы бинаһында СССР һәм Рәсәй биләмәһендә булған иң ҙур тимер юлы фажиғәһендә зыян күргән кешеләрҙе эвакуациялауҙа ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр менән осрашыу булды. Һүҙ 1989 йылда Иглин районында Оло Тәләк станцияһы янында булған тимер юл һәләкәте тураһында бара. Унда, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 575-тән алып 645-кә тиклем кеше үлгән, уларҙың 181-е - бала. 623 кеше бешкән һәм төрлө йәрәхәттәр алған, күптәре инвалид булып ҡалған.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яңы формалашып килгән музейҙың “Ваҡиғалар башында” тип аталған бүлеген булдырырға ярҙам итте.
“Башавтотранс” хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаған, үҙҙәренең тәжрибәһе, белеме кәрәк булған ергә ашыҡҡан. Был республика һәм ил өсөн ауыр булған бөтә осорҙарға бәйле: Бөйөк Ватан һуғышы ла, Оло Тәләктәге һәләкәт тә, Урман ауылында шартлауҙар ваҡытында халыҡты эвакуациялау ҙа, коронавирус пандемияһы ваҡытында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү ҙә.
Бөтә был тарихи ваҡиғалар музейҙа сағылыш табасаҡ. 100 йыллыҡ юбилейға ҡарата хеҙмәткәрҙәр легендар техника – ЗИС-5 йөк машинаһы базаһындағы пассажир автобусын яңынан тергеҙгән. Тап ошо машина Ҡыҙыл Армия хәрбиҙәрен ташыған. Был техника әле һаман йөрөй. Ошо тиклем ул предприятиеның төп бинаһы алдында тора ине.
Фото: "Башавтотранс".
Читайте нас