"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2024 йылға тиклем үҙҙәрендә ҡағыҙһыҙ документ әйләнешенә күсеүҙе күҙ уңында тотҡан “Туҡта, ҡағыҙ!” проектын тормошҡа ашырырға ҡарар итте.
Ул республикала күсемһеҙ милек әйләнеше өлкәһендә документтар эҙләүҙе һәм анализлауҙы ябайлаштырасаҡ, хеҙмәтләндереүҙе уңайлыраҡ итәсәк, мөлкәтте теркәү ваҡытын ете көндән өс көнгә ҡалдырасаҡ.
– “Росреестр” ҡағыҙ архив документтарын электрон формаға күсереү буйынса әүҙем эш алып бара, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Уның һүҙҙәренсә, 2014 йылдан 2020 йылға саҡлы 1,5 миллион самаһы ҡағыҙ эш сканерланған һәм ҡабатттан комплектланған, был уларҙың дөйөм күләменең 46 процентын тәшкил итә. Быйыл “Росреестр” хеҙмәткәрҙәре көсө менән 325 мең архив эшен электрон формаға күсереү планлаштырыла.