Йәмғиәт
29 Апрель 2021, 12:00

Юл аша сыҡҡанда ҡатын бәләгә тарыған...

"Бәләгә тарымаҫ өсөн, бер мөһим ҡағиҙәне иҫтән сығармаҫҡа тейештәр", - тип иҫкәртә ЮХХДИ.

Ошо көндәрҙә велосипедҡа атланып йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 45 йәшлек ҡатын юл-транспорт фажиғәһенә эләккән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 27 йәшлек егет Kia Rio машинаһында Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы урамынан Комсомол урамына боролған ерҙә велосипедсы ҡатынды тапай.
Ҡатын юлды йәшел утҡа сығып барған-барыуын, әммә велосипедынан төшөп тормаған булған. Шунлыҡтан бәләгә тарыған да инде. Авария һөҙөмтәһендә ҡатындың башы йәрәхәтләнгән, дауаханға мөрәжәғәт итергә тура килгән.

"Хөрмәтле велосипедта йөрөүселәр, юл аша үтә торған урындар тик йәйәүлеләр өсөн, шуға ла унда мотлаҡ велосипедтан төшөп, транспортығыҙҙы этеп сығыуығыҙ һорала. Сөнки юлға ҡапыл килеп сыҡһағыҙ, боролоштағы машина ҡапыл туҡтай алмаясаҡ, һөҙөмтәлә ҡурҡыныс аварияға тарыуығыҙ бар", - тип иҫкәртәләр ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Эйе, был юл йөрөү ҡағиҙәһен велосипед һөйөүсе ололар менән берҙәй балалар ҙа иҫтә тоторға тейеш!
Читайте нас