Утыҙ йылға яҡын ғүмерен яҡташтарының һаулығын хәстәрләүгә арнаған ауыл табибы Рафаэль Камил улы Хәсәновтың тынғыһыҙ тормошо менән танышыу күптәр өсөн фәһемле булыр. Юлыҡ ауылында Рәйфә менән Камил Хәсәновтарҙың татыу ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән Рафаэль мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң, күп уйлап тормаҫтан, Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инергә ҡарар итә.
Бәлки, атаһының оҙаҡ ҡына ауырыуына, һыҙланып, ярҙам итергә теләге көслө булғанға, әллә инде биология уҡытыусыһы Сәмиғулла Ишмырҙин ағаларының фәнде ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп алып барыуы малайҙың күңеленә “ойотҡо” һалғанғамы, Рафаэль киләсәктә бары табип булырға ниәтләй.
Курсташтарының байтағы яҙмыштарын ҡала менән бәйләһә, Рафаэль ауылға тартыла. “Атай-әсәйемә ярҙам итеү, улар эргәһендә булыу теләге көслө ине, – тип хәтерләй ул йәш саҡтарын. – Әсәйемдең әрнеп әйткән һүҙҙәре әле лә иҫтә: “Беҙ күргән михнәттәрҙе һеҙгә күрергә яҙмаһын инде, балалар, рәхәтлек күреп йәшәгеҙ”, – ти торғайны. Аҙ булһа ла, уларҙың тормошон яҡшыртыу уйы мине ауылға тартты”.
Тәүҙә дипломлы белгес Красноусол үҙәк район дауаханаһына урынлаша, бер йылдан Еҙем-Ҡаран ауылында эш башлай. Ул саҡта 35 кешенән торған коллективы, стационары, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте булған участка дауаханаһында үҙ эшенең оҫталары менән аралашыу, бер ҡаҙанда ҡайнау егет өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе була. Хәҙер бында табиплыҡ амбулаторияһы ғына ҡалған, тик эш күләме лә, талаптар ҙа һис кәмемәгән. Ете кешенән торған коллектив 21 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. УАЗ автомобиле – “уң ҡул”дары. Раҫланған график буйынса ауылдарға сығып, халыҡты ҡабул итәләр. Айырыуса пандемия башланғас, мәшәҡәттәр артҡан. “Дөрөҫөн әйткәндә, әллә ҡайҙағы Ҡытайҙа башланған эпидемия беҙгә килеп етер тип кем уйлаһын? Хатта сирҙең мәкерле булыуын танығас та, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә ҡағылыу ихтималлығына ышанманы, шунлыҡтан ауырыуҙар артты.
– Ауыл кешеһенең йыл әйләнәһенә мәшәҡәттәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ул үҙ һаулығын хәстәрләү, ваҡытында дауаланыу тураһында аяҡтан йығылмай тороп уйлап та ҡарамай. Коронавирус беҙҙә лә ғүмерҙәрҙе ҡыйҙы, шул көсөргәнешле мәлдә генә күптәр, һаҡланыу сараларының мөһимлеген аңлап, эпидемиология талаптарын үтәргә тотона... тик оҙаҡҡа түгел, – ти табип. – Айырыуса ҡан баҫымы күтәрелеүенән, шәкәр диабетынан яфаланғандар күп, яман шеш, йөрәк ишемияһы сирҙәре арта. Тормоштағы ҡатмарлыҡтар, хәл ителмәгән социаль мәсьәләләр йәшәү сифатын кәметә.
Ауылдарҙа фельдшерҙарҙың етешмәүе халыҡты медицина хеҙмәттәренән мәхрүм итә. Байымбәттә өр-яңы мобиль пункт асылғас, ауылдаштар үҙҙәренә шәфҡәт туташы килеүен көтһә лә, әлегә өмөт аҡланмаған. Ярай әле, күрше ауылдан килеп медицина хеҙмәте күрһәтеүсе фельдшер бар. Рафаэль Камил улы, “Ауыл фельдшеры” программаһының республикала уңышлы тормошҡа ашырылыуына ҡарамаҫтан, уның медицина хеҙмәтләндереүендә бөтә “аҡ тап”тарҙы юя алмауын белдерҙе.
– Өмөт бағлап көткән белгестәрҙең күбеһе программаның срогы сығыу менән йәшәү өсөн ҡулайлыраҡ, тормош ҡайнап торған ергә эшкә китә. Киләләр ҙә китәләр... Йәл, әлбиттә. Уларҙы һис ғәйепләп тә булмай, һәр кем ауыртмаған яғын ҡарай.
– Ә һеҙ, Рафаэль Камил улы, күпме ымһындырғыс мөмкинлектәр булыуға ҡарамаҫтан, һаман да ошо күнеккән эшегеҙҙән йәм табып йәшәйһегеҙ...
– Бергә уҡыған иптәштәрем менән йыш ҡына осрашып, күрешеп торабыҙ. Араларында ҙур-ҙур вазифаларҙа эшләгән, танылыу, ихтирам яулағандары етерлек. Һеҙ ҙә улар йыш ҡына биргән һорауҙы яңғыраттығыҙ. Мин эшләмәһәм, кем ауылда эшләр, тигән һорауға үҙемдең дә әлегәсә яуап таба алғаным юҡ. Кәрәк икән, хирург, кәрәк икән, педиатр, кардиолог, психолог та булырға тура килә. Ҡатыным Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Ғафури районы хакимиәтендә эштәр башҡарыусы вазифаһын атҡара, ә мин Еҙем-Ҡаранда донъя көтәм, яҡташтарымды дауалайым.
– Өлкән ҡыҙығыҙ Диананан башҡа улығыҙ һәм төпсөк ҡыҙығыҙ һеҙҙең профессияны һайлаған. Бына-бына уҡып бөтөп, ҡулдарына диплом алырға торалар. Уларҙың ауылға ҡайтып, яҡташтарына медицина хеҙмәте күрһәтеүен теләйһегеҙме?
– Ауыр һорау бирҙегеҙ бит әле. Беренсенән, улар күңелдәре ҡушҡанса, тырышлыҡ менән хеҙмәт юлын башлаһын, кешеләрҙе яратһын ине. Икенсенән, хеҙмәт кешегә ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерергә тейеш. Бары хеҙмәт кенә кешене күтәрә, төрлө “сир”ҙәрҙән аралай. Ҡайҙа ғына эшләргә тура килһә лә, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәренә ышанам. Ауылдар гөрләп, элеккесә урамдарҙа гармун, бала-саға тауыштары яңғырап торһа, күңел көр, киләсәккә ышаныс булһа, ниңә йәш-елкенсәк ауылда йәшәүҙе хуп күрмәһен, ти? Тик бының өсөн, һис һүҙһеҙ, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындары кәрәк! Һеҙ ҙә был фекер менән килешерһегеҙ, тип уйлайым.