1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Уны рәсми рәүештә 86 илдә билдәләйҙәр.
Был көндөң тарихи башланғысы 1886 йылға барып тоташа. Америка Ҡушма Штаттарының Чикаго ҡалаһында эшселәр хеҙмәт сәғәттәрен кәметеүҙе талап итеп, демонстрацияға сыға. Һуңынан йыл һайын ошо көндә эшселәр йыйыла башлай. 1889 йылда Парижда уҙғарылған II Интернационал конгреста 1 май Бөтә донъя эшселәренең теләктәшлек көнө тип иғлан ителә. Беҙҙең илдә иһә, Совет власы ойошторолғас, был көн рәсми билдәләнә башлай.
Бөгөн дә был байрам төп мәғәнәһен юғалтмаған, сөнки хеҙмәт беҙҙе – төрлө ҡараш һәм быуын кешеләрен берләштерә. Эшһөйәрлек йәмғиәтте үҫтереүгә, ҡуйылған маҡсаттарға уңышлы өлгәшеүгә нигеҙ булып тора, тигән фекер менән бер кем дә бәхәсләшмәҫ. Был йәһәттән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, оло быуын вәкилдәре, республиканың, илебеҙҙең сәскә атыуына көсөн һәм тырышлығын йәлләмәгән хеҙмәтсән халҡы оло ихтирамға лайыҡ.
Тыныслыҡ, хеҙмәт һәм май – был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк булыуын туҡтатмай. Заман башҡа, заң башҡа тигән фекер хатта урынһыҙҙыр ҙа. Тик шуныһы мөһим – һәр кемдең хеҙмәте кәрәкле тип табылып, юғары баһаланырға тейеш. Былтыр Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индерелгәндә лә ошо йүнәлешкә ныҡлы иғтибар бирелде. Тимәк, был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр әле.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
– Беренсенән, 1 Май – беҙҙең өсөн хеҙмәт байрамы, сөнки кешеләр, яҙ еткәс, яңырыу кисерә, тирә-яҡты таҙартыу эшенә тотона. Икенсенән, был – хеҙмәт кешеһенең эшен баһалау көнө. 1 Майҙы беҙ әүҙем үткәрәбеҙ, йәмәғәт ойошмалары ағзалары башлыса өмәләрҙә ҡатнаша. Был көндәрҙә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн мәрхәмәтлек акциялары ла ойошторабыҙ. Кисә Өфөгә республиканың 20 балалар йортонан ҡыҙҙар һәм малайҙар килде. Улар өсөн баш ҡаланы күрһәтеү, КВН һәм башҡа саралар ойошторабыҙ.
Ғөмүмән, бала саҡтан был байрам күңелдә яҡты хәтирәләр булып иҫтә ҡалған. Беҙ “Йәшәһен 1 Май!”, “Йәшәһен хеҙмәт кешеһе!” тип яҙылған транспаранттар тотоп, демонстрацияларҙа йөрөй инек.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым! Һәммәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Булат ЯНЫБАЕВ, Рәсәйҙең почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре:
– Был көндө беҙ баҡса, ихата таҙартабыҙ. Элекке кеүек саралар үтһә, ихлас ҡатнашыр инек. Әле бит өмәләр башланған мәл. 30 апрелдә Белорет башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Белорет ҡалаһындағы мосолман зыяратын таҙартырға сығасаҡ.