Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт аграр университетында зоотехник-селекционерҙар араһында II республика конкурсы үтте. Конкурста республиканан 25 зоотехник-селекционер ҡатнашты. Улар араһында иң юғары балды Ауырғазы районының “Урожай” хужалығында эшләгән Олеся Клявина йыйҙы.
Икенсе урын - Бәләбәй районынан Надежда Максимоваға, өсөнсө урын Иглин районынан Әлфиә Манаповаға бирелде.
Ауыл хужалығы тиҙ үҫешкән, үҙгәргән өлкә. Бер һыйырҙан 15 – 16 килограмм һөт алған заманалар күптән артта ҡалды. Бөгөн күпселек хужалыҡтар 30 килограмм һөт һауып ала. Ә донъяла бер һыйырҙан 50 – 60 литр һөт алған фермалар ҙа бар. Әлбиттә, дөрөҫ ашатыу, ҡарау булмаһа, юғары күрһәткестәргә ирешеүе ауыр, ә был тулыһынса һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, - тине конкурсты асып Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Конкурста ҡатнашҡан зоотехниктарҙың барыһы ла район кимәлендә үткән этаптың еңеүселәре. Тәүҙә улар тоҡомло малсылыҡ һәм селекция буйынса теоретик белемен күрһәтһә, һуңынан “Селекс” һанлы программа менән эш итеү оҫталығын күрһәтте. Практик өлөштә малдың генеалогик таҙалығын билдәләне.
Республика конкурсында еңеүсе быйыл 7 – 11 июндә үтәсәк Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ.