“Боронғо” ғәҙәтемә ярашлы, әле лә гәзит-журналдарҙы “мул итеп” алдырып уҡырға яратам. Һирәкләп үҙемдең уй-фекерҙәремде белдереп, төрлө редакцияларға мәҡәләләр ҙә яҙғылайым.
Гәзит-журналдарҙың тиражы һуңғы осорҙа ныҡ кәмей. Мине ошо хәл борсой. Милли матбуғат хәүеф сигендә ҡалған һымаҡ тойғо тыуҙыра. Элегерәк 28 төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмаһын алдырҙым. Уларҙы уҡып, төрлө өлкәләге яңылыҡтарҙы, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы белеп барҙыҡ, сөнки совет осоронда, Лениндың һүҙҙәре менән әйткәндә, “гәзит – ойоштороусы, пропагандасы, агитатор” ине. Матбуғаттың һүҙе үткер, көслө булды, ул хатта йәмғиәткә идара итте, власть та уға таянды. Шуғалыр матбуғат баҫмалары ҙур тираж менән таралды.
Беҙҙең быуын күңелендә бөгөн дә ошондайыраҡ тойғолар йәшәй әле. Уҡығы, радио, телевидение аша мәғлүмәт алғы, фекерең менән уртаҡлашҡы килә, шуға ла, үрҙә әйткәнемсә, яҙғылайым. Әммә яҙғаның “эҙһеҙ юғалһа”, күңелең генә һүрелмәй, бәлки, ышанмаусанлыҡ хисе тыуа. Элек редакциялар мәҡәлә яҙған авторҙар менән үҙ фекерен белдереп хатлаша ине…
Мин күптән алдырған гәзит-журналдарҙың тиражын һәр ваҡыт яҙа барам. Ысынлап та, ныҡ кәмей. Ә “Истоки” бөгөн электрон вариантта ғына донъя күрә. Ә бит ул башҡорт йөрәкле Александр Филиппов етәкселегендә халыҡ аңына һеңдерә алырлыҡ тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, милли шәхестәребеҙҙе асҡан гәзит ине. Мин был баҫманы беренсе һанынан алдырҙым.
“Киске Өфө”нөң баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева гәзиттең 52-се һанында (2020 йыл, 26 декабрь), “Ниңә беҙҙе уҡымайҙар? Бөгөн беҙҙе бик аҙҙар ишетә”, тип яҙҙы. Матбуғат яҙмышына бәйле хәүефле хәлде “Ватандаш” журналы биттәрендә (2020 йыл, 10-сы һан) Марсель Сәлимов та күтәрҙе.
Телгә алынғас, “Ватандаш”тың яҙмышына бәйле борсолоуҙарымды ла яҙып үтәйем. Был баҫманың “тыуыуына” мин дә булышлыҡ иттем, буғай. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булараҡ, “Башҡорт халҡы тарихы” секцияһында “Милләтебеҙҙең тарихына, булмышына, мәҙәниәтенә, шәхестәренә арналған айырым гәзит йәки журнал ойошторһаҡ ине”, – тигән тәҡдим менән сығыш яһағайным. Шөкөр, ул уй-теләк тормошҡа ашты – “Ватандаш” журналы донъя күрә башланы. Уны беренсе һанынан алдырам һәм тулыһынса һаҡлап барам, киләһе быуынға кәрәге тейер, бәлки.
Бөгөн гәзиттәр башлыса мәғлүмәт таратыусы сифатында эшләй. Ә мәғлүмәтте халыҡ төрлө сығанаҡтарҙан ала: кеҫәләге смартфон-айфондар бөтә ғаләм менән тоташтыра, таныштыра. Уны һәр ерҙә, һәр шартта ҡулланып була.
Мин матбуғатты халыҡ менән власты тоташтырыусы күпер тип ҡарайым. Бөгөнгө яҙмам да халыҡҡа мөрәжәғәт кеүек. Гәзиттәр элекке һымаҡ кәңәшләшеү, дөйөм фекергә килеү, күтәрелгәнде бергә хәл итеү майҙансығына әйләнһен ине.
Тағы, гәзит – ул тауар. Тауар сифатты ярата. Әгәр ул сифатлы икән, тимәк, үтемле. Үтемле икән, күпләп етештерелә. Әммә бының өсөн кәртә булып торған сәбәптәр ҙә бар. Бөгөн матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары кеҫәгә ныҡ “һуға”…