Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 08:16

Йәш ҡотҡарыусыларға миҙалдар

Янғын һүндереүсе – донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Улар үҙ ғүмерҙәрен аямай, ут һүндереүгә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ташлана, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда ла гел алғы һыҙатта ҡала. 26 апрелдә Рәсәй янғын һағы көнө билдәләнде. Байрам айҡанлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҡыйыу һөнәр вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Янғын һүндереүсе – донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Улар үҙ ғүмерҙәрен аямай, ут һүндереүгә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ташлана, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда ла гел алғы һыҙатта ҡала. 26 апрелдә Рәсәй янғын һағы көнө билдәләнде. Байрам айҡанлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҡыйыу һөнәр вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.


Сараның тантаналы өлөшөндә республика Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Ирек Сәғитов, янғын һүндереү­селәрҙе тәбрикләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү адресын еткерҙе, республиканың дәүләт наградаларын һәм бер нисә райондың янғын һүнде­реүселәренә махсус техника асҡысы тапшырҙы.


“Быйыл янғын һағы көнө 372 тапҡыр билдәләнә. Ошо ваҡыт эсендә ҙур һәм ауыр юл үтелгән. Техникалар алышына, янғын һүндереү технологиялары камиллаша. Конгресс-холл алдында ойошторолған “Ваҡыт аша” күргәҙмәһе лә – әйткәндәремә дәлил. Экспонаттар бик ҡыҙыҡлы. Теләгәндәр янғын һүндереү машиналарына ултырып та ҡарай ала. Байрамда хәүефле хәлдә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән балаларҙың булыуы тағы ла ҡыуаныслы”, – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы етәксеһе Марат Латипов.


Байрам тантанаһында 30-ҙан ашыу ведомство хеҙмәткәре бүләкләнде, шулай уҡ кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға өлөш индергән йәш батырҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, “Ҡояшлы” йәйге клубының бармены Максим Поповҡа “Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы тапшырылды. Ул былтыр Ағиҙел йылғаһында ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Тәүҙә ҡыҙҙы ҡотҡара, ә егетте сығарыуы ауырға тура килә, шулай булһа ла, һыр бирмәй. Ул ваҡытҡа медицина хеҙмәткәрҙәре килеп өлгөрә, йәштәр иҫән ҡала.
Әбйәлил районының Гусев мәктәбе уҡыусыһы Эдуард Таһиров та ошондай миҙалға лайыҡ булды. Ул да былтыр июлдә Әүнәш йылғаһында иптәшен ҡотҡарған.
– Йылғала ике торбаға бау бәйләнгән, йәки “тарзанка” эшләнгән ине. Унда иптәшемдең аяғы уралды. Тәүҙә шаяртып тора тип уйланым, һуңынан уның шаяртмағанын аңлап, ярҙамға ташландым. Аяғынан бауҙы ысҡындырҙым. Ул ваҡытта һыу ташҡан ине. Әлбиттә, бер ниндәй награда тураһында уй башҡа инеп тә сыҡманы, – тип уртаҡлашты йәш ҡотҡарыусы.
Гусев мәктәбенең директор урынбаҫары Гөлфиә Ниғмәтуллина Эдуардтың ипле, тыйнаҡ, уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла яҡшы мөнәсәбәттә булыуы хаҡында һөйләне.
Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылынан II класс уҡыусыһы Милена Новиковаға өс туғанын ут эсенән алып сыҡҡан өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн” миҙалы тапшырылды. Ғинуар айында өйҙәрендә янғын сыға, иҫкәртеү ҡорамалы һыҙғыра. Алты йәшлек ҡыҙ юғалып ҡалмай, үҙенең ике, өс йәшлек ҡустыларын һәм 11 айлыҡ һеңлеһен алып сыға. Шул саҡта күршеләре йүгереп килә. Миленаның әсәһе әйтеүенсә, йорттары тулыһынса янған, әле яңынан йорт һатып алғандар.
Читайте нас