Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 09:48

Ямаулы быйма

“Хәҙер барып етәм, хәҙер! Өшөмә, өшөмә!” Ҡыш уртаһы. Өсөнсөлә уҡыған Хәлил мәктәпкә йүгерә. Мәктәптә йылы, Сәлимә апаһы уға тип сәй менән икмәкте ашхананан алып сыҡҡандыр инде. Эх, мәктәптә рәхәт уға, өйгә ҡайтҡыһы ла килмәй...

“Хәҙер барып етәм, хәҙер! Өшөмә, өшөмә!” Ҡыш уртаһы. Өсөнсөлә уҡыған Хәлил мәктәпкә йүгерә. Мәктәптә йылы, Сәлимә апаһы уға тип сәй менән икмәкте ашхананан алып сыҡҡандыр инде. Эх, мәктәптә рәхәт уға, өйгә ҡайтҡыһы ла килмәй...


Резина итектәре саҡ сиселде. Шул арала Сәлимә апай, кабинетына йүгереп инеп, уны шәлгә төрҙө.
“Ҡасан ғына был баланың ата-әсәһенә аҡыл керер инде, шундай зирәк баланы юҡ итеп ҡуйырҙармы икән?” – тип бошона уҡытыусы. Ашханасы Мәүлиҙә апай менән баланың резина итегенә ҡарап, күҙ йәштәрен саҡ тыйып ҡалдылар.
– Минең өй башында малайҙарҙан ҡалған әйберҙәр булырға тейеш. Дәрес араһында йүгереп ҡайтып киләйем әле, – тип тәүәккәлләне Мәүлиҙә апай.
Хәлил ныҡ уңайһыҙланһа ла, шәлгә төрөнөп класҡа инеп ултырҙы. Былай ҙа көлөргә генә торған балалар “зыу” килеп “Хәлил әбейгә әйләнгән”, “Хәлил әбей” тип көлә лә башланы.
Сәлимә Васил ҡыҙы, ҡатыраҡ тауыш сығарып, дәресте башлап ебәрҙе. Кисәге өй эштәрен тикшерә башлағас ҡына, класс тынысланып, мыштыр-мыштыр дәфтәр-китаптарын асырға тотондо.
Дәрес бөтөүгә, Мәүлиҙә апай Хәлилгә ярарлыҡ быймалар алып килеп бирҙе.

– Әле быймаһын килтерҙем, башҡаларын йыуып-киптереп, иртәгә алып килермен. “Бына бит, ҡустыңа быймаң тап-таман” тип Заһит ағайыңа армияға яҙам әле! Тиҙҙән уның кеүек һин дә һалдат булырһың, – тип йылмайҙы.
Мәктәптә Хәлилде Сәлимә апаһы ҡараны, ә һеңлеһен хәстәрләү малайҙың иңенә төштө. Ата-әсәһенә рәнйеп, күп иланы балалар. Эсеүгә баш була алмай, балаларының тормошон пыран-заран килтерҙеләр. Ҡыҙҙар матур кейенер ине, ә уның һеңлеһе кемдер биргән кейемдә булды. Хәлил яҡшы уҡыны, ә бына һеңлеһе уҡыуҙы ырата алманы.
Хәлил туғыҙҙан һуң юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Сәлимә апаһы кеүек уҡытыусы булам тигән хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләне. Иң яҡшы студент һаналды. Ҡыҙҙар араһында уҡығас, иғтибар ҙа күп булды уға. Тик ул берәү менән дә йөрөмәне. Ата-әсәһенән оялып, ҡотһоҙ донъяларына нисек ҡыҙ алып ҡайтам тип, институтҡа уҡырға ингәс тә берәү менән дә ныҡлап дуҫлашманы. Ә һеңлеһе ашнаҡсыға уҡып сығып, үҙ мәктәбендә эшләп китте. Ун һигеҙҙә Сәлимә Васил ҡыҙының улына кейәүгә сыҡты.
...Бер ҡышты улар һалҡын, бысраҡ өйҙә икәү­лә­шеп, юрған аҫтына йәшеренеп, бер-береһенә бер ҡасан да араҡы эсмәҫкә һүҙ биргәйне һәм шул һүҙендә торҙо улар. Ҡото ҡасҡан атай йортон да рәткә килтерҙеләр.
Балаларының бала сағын урлаған ата-әсәләре иһә дин юлына баҫты.
Ә Хәлил уҡытыусы ғына түгел, хужа хәҙер. Ауыл советына етәкселек итә. Хөрмәтле кеше. Ишле, өлгөлө ғаилә башлығы.

Читайте нас