Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 08:57

Яуаплылыҡ беҙҙе үҫтерә

Ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтә алғандар.

Бынан 26 йыл элек өлгө проекты буйынса һалынған Шишмә үҙәк дауаханаһы хәҙер икенсе йәшлеген кисерә. Ул бөгөн күп профилле дауалау учреждениеһы, район халҡына юғары квалификациялы тәүге медик-санитар һәм махсус медицина ярҙамын күрһәтә. Дауахана ҡарамағында ауыл кеше­лә­рен ҡабул итеүсе 42 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табиплыҡ амбулаторияһы, тәүлек әйләнәһенә ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүсе, йыл һайын 16 меңдән ашыу саҡырыу алып, ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндереүсе ашығыс медицина ярҙамы бүлеге лә бар.


Бына ошо ҙур хужалыҡтың эшен теүәл, дөрөҫ, уйлап ойоштороу яуаплылығы медицина учрежде­ниеһының баш табибы Камил Самат улы Яппаровҡа һәм уның хеҙмәттәштәре иңенә һалынған. Бер-береңде аңлап, ауырлыҡтарҙы тигеҙ уртаҡлашып, һөнәреңде бирелеп атҡарыу пандемияның бик ҡатмарлы осорон да лайыҡлы үтергә мөмкинлек биргән.
Дауахана комплексы ҙур, бер нисә корпустан тора, сменаһына 600 ауырыуҙы ҡабул итерлек по­ликлиникаһы, йоғошло ауырыуҙар һәм наркология бүлексәләре бар. 25 койка-урынға иҫәпләнгән гемодиализ үҙәге республиканың райондары халҡын ҡабул итә. 2017 йылда Шишмә ҡасабаһында яңы заманса поликлиника бинаһының сафҡа индерелеүе медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыуҙа тағы бер ҙур аҙым булды. Паллиатив бүлек, кардиология ауырыуҙары өсөн тәүге ҡан тамырҙары үҙәге, Ябалаҡлы ауылында психиатрия бүлеге эшләй.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, дауахана медицина ҡорамалдарын яңырта алды. Былтыр, мәҫәлән, ике үпкәне яһал­ма елләтеү, ультратауыш, рентген аппараттары, компьютер томографы, ике “Ашығыс ярҙам” машинаһы алынған, район биләмәһендә ете яңы модулле фельдшер-акушер­лыҡ пункттары ҡалҡҡан. Йоғошло ауырыуҙар госпиталендә кислород менән тәьмин итеү линияһы булды­рылған. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, шишмәләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн үҙенең реанимобилен бүләк итеп, коллективты һөйөндөргән.

Дауахананың 700-ҙән ашыу хеҙмәткәре алға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәргә, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә һәр саҡ әҙер. Былтыр 11 белгестең килеүе (хирург, табип-рентгенолог, участка педиатрҙары һәм терапевтары, психиатр-нарколог, оториноларинголог) коллективтың эшен тағы ла йәнләндергән. “Ауыл табибы” федераль программаһына ярашлы, дауахана 48 табип менән тулыландырылған. Быйыл ғына ла ошо программа буйынса ете табипты ҡабул итәсәктәр. 2018–2020 йылдарҙа туғыҙ табипҡа торлаҡ бүленеүе кадрҙарҙы ошо биләмәгә еректереүгә булышлыҡ иткән. Тик әлегә баш ҡалаға бик яҡын, яйлы урында урынлашыуына, эш өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылыуына ҡарамаҫтан, Шишмә үҙәк район дауаханаһы ла квалификациялы, һөнәренә тоғро, үҙ эшен яратып башҡарған белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Өҫтәүенә, ике тиҫтәгә яҡын медицина хеҙмәткәре әлегә декрет ялында.
– Хәҙерҙән беҙгә офтальмолог, табип-психиатр, участка терапевы, анестезиолог-реаниматолог, педиатр кәрәк, уларҙы коллектив ҡуш ҡуллап ҡаршы алырға әҙер, – ти медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған табибы Камил Самат улы. – Йәш белгестәр өсөн социаль ярҙам саралары ҡаралған, өс йыл дауамында өҫтәмә түләүҙәр түләнәсәк, сабыйҙарын мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға урынлаштырырға ярҙам итәсәкбеҙ. Коллективыбыҙ берҙәм, дүрт хеҙмәткәребеҙ Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исемен йөрөтә. Ошонда егерме йылдан ашыу ғүмерен шиш­мәләрҙең һаулығын һаҡлауға арнаған коллегаларым менән ғорурланам. Мәҫәлән, поликли­никаның терапия бүлеге мөдире, юғары категориялы табип Венера Латипова, урынбаҫарым Земфира Янғуразова – район халҡының ихтирамын, хөрмәтен ҡаҙанған белгестәр. Йәштәр менән уртаҡ тел табып, эшкә инеп китергә улар ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
Республикала 15 февралдән өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу тер­геҙелгәс, Шишмә район дауа­ханаһы ошо йүнәлештә эш башланы. Бындай скринингтың әһә­миәте бик ҙур, ул хеҙмәткә һәләтле йәштә үлемгә һәм инвалидлыҡҡа килтергән сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Быйыл диспансер­лаштырыуҙың беренсе этабында 8635 кешегә медицина тикшереүе үткәреләсәк. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, ҡырҡ йәштән өлкәнерәктәр уны йыл һайын, ә 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләр өс йылға бер тапҡыр үтергә тейеш. Ошо маҡсатта ололар өсөн “Көмөш йәштәгеләр сәғәте” булдырылған. Коронавирус инфекцияһының әлегә бер ҡайҙа ла китмәүе, эргәбеҙҙә генә йөрөүе лә билдәле, шуға күрә вакцина яһауҙы юғары кимәлдә ойоштороу – дауахана эшмәкәрлегендә көнүҙәк мәсьәлә. Яҙмыштарын кеше ғүмерен һаҡлауға арнаған аҡ халатлылар коллективы был ҡатмарлыҡтарҙы ла лайыҡлы үтер, тип уйлайбыҙ, сөнки ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ уята, ә был сифаттың кешене үҫтереүе бәхәсһеҙ.


Шишмә районы.
Читайте нас