Лилиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВАҒА – 25 йәш. Ул Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән.
“Бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнһәм дә, микробиолог һөнәрен һайланым. Әлеге көндә фармацевтика өлкәһендә эшләйем”, – ти ул.
Шулай ҙа тормошо бейеү сәнғәте менән тығыҙ бәйле уның, буш ваҡытында “Аманат”, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәр ансамблендә сығыш яһай, был ижади төркөмдәр составында ҙур сәхнәләрҙе яулай: 2016 йылда Испанияла үткән Халыҡ-ара бейеү фестивалендә ҡатнаша, шул уҡ йылда Бөтә Рәсәй Студент яҙы фестивалендә еңеүгә лайыҡ була.
Лилиә йырларға ла ярата, укулеле, гитара кеүек музыка ҡоралдарының телен сискән. Үҙе ижад иткән йырҙар менән бер нисә йыл рәттән “Ҡош юлы” республика бард фестивалендә ҡатнашып, махсус бүләккә лайыҡ булған.
Әүҙем ял төрөн үҙ итә Лилиә, үҙе кеүек сая дуҫтары менән Башҡортостандың бейек тау-ҡаяларына үрләй, сәйәхәт итә.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.