Байрам алдынан Сибай ҡалаһы хакимиәтендә ҡыуаныслы ваҡиға булды: ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған өс етемгә фатир асҡыстары тапшырылды.
Был хаҡта хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә белдергән.
"Сибай ҡалаһында һуңғы йылдарҙа 59 етем фатирлы булды. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙмышы ҡатмарлы. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә ярҙам итә алыуыбыҙға шатмын. Йылдан-йыл уларға тәғәйен фатирҙар һанын арттырырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә лә әлеге катергорияға ҡараған өс кешегә фатир асҡысы тапшырҙыҡ. 2021 йыл аҙағына ҡәҙәр тағы 16 торлаҡ хәстәрләү планлаштырыла.
Яңы фатирҙарында матур итеп донъя көтһөндәр, тулы, имен ғаиләлә балалар үҫтерһендәр".
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.