Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
1 Май 2021, 11:00
Емереклек араһында - мәйет...
Ғафури районының Красноусол ауылында - фажиғә. Асыҡланыуынса...
Оҙайлы байрамдар алдынан янғын хәүефе арта тип күп киҫәттеләр. Кешеләрҙән үҙҙәрен һәм яҡындарын хәүефкә дусар итмәҫ өсөн иғтибарлылыҡ, һаҡлыҡ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә. Был шәхси йорттарға ғына түгел, урман-яландарға ла ҡағыла.
Кисә кис Ғафури районының Красноусол ауылында ут сыға. Урынға янғын һүндереүселәр ебәрелә. Әммә ике хужаға иҫәпләнгән ағас йортто ҡотҡарып ҡалыу мөмкин булмай, уның көлө генә тороп ҡала тиерлек.
Емереклек араһынан 1953 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Әлеге ваҡытта урында тәүтикшереүсе һәм белгестәр эшләй. Улар янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Оҙайлы яҙғы ялдарҙың йәмен ебәрмәйек. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, байрамдарҙы имен үткәрәйек.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"