Йәмғиәт
1 Май 2021, 03:00

“Изге кеше”: кемдәр икән улар?

Салауат ҡалаһы халҡы сауаплы эштәре менән ғәжәпкә ҡалдырғандарҙың кемлеген асыҡлай алмай аптырай. Әйтеүҙәренсә...

Бына бер нисә йыл инде Салауат ҡалаһында “Изге кеше” тигән исем аҫтында халыҡты сауаплы эштәре менән ҡыуандырған, хатта ғәжәпкә ҡалдырған йәштәр ойошмаһы эшләп килә. Салауаттар һаман да уларҙың кем икәнлеген асыҡлай алмай аптырай.
Был юлы улар тағы бер социаль тәжрибә үткәргән. Йәштәр магазиндағы аҙыҡ-түлек арбаһын тултырғансы әйберҙәр һатып ала һәм урамға таратыу өсөн ҡуя. “Намыҫың ҡушҡанса, ике тауарҙан да артыҡ алма” тигән яҙыу ҙа ҡуйғандар.
Өҫтәл янына башлыса өлкәндәр һәм балалар килә. Пенсионерҙар һөт, икмәк, макарон изделиелары алһа, балалар тәмле-татлыға үрелә. Араларында ҡомһоҙланып, көстәренән килгәнсе алырға тырышҡандары ла табыла, әлбиттә. Тик башҡалар уны киҫәтеп, артығын өҫтәлдә ҡалдырыуҙы һорай.
Фото: UfacityNews. ru
Читайте нас