Йәмғиәт
1 Май 2021, 18:00

Республикала фонтандар эшләй башланы

Радий ХӘБИРОВ: "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында Башҡортостанда фонтандар эше миҙгеле асылды. Байрам менән! Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек!"

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам алдынан унда 23 фонтан эшләй башлаған. Тәүгеләрҙән булып "Театр" скверында "Ете ҡыҙ" асылған.
Башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеп эшләнгән фонтан янында кеше һәр саҡ күп була. Был урын Өфөнөң йөҙөн билдәләй, туристарҙың да яратҡан урынына әйләнгән.
Шулай уҡ былтыр реконструкциянан һуң ҡайтанан асылған "Бейеүсе торналар" янына ла халыҡ яратып килә. Әйткәндәй, һәр фонтандың эшләү ваҡыты уның ҡайҙа урынлашыуынан, кешеләрҙең нисек йөрөүенән сығып билдәләнә. Уларҙы тәртиптә тотҡан «Горзеленхоз» йәмғиәте эш графигын тәҡдим итә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлектәр кейеү кәрәклеген иҫкәртә.
Фонтандар халыҡтың ялын күңелле үткәреү, матурлыҡ тыуҙырыу маҡсатында эшләнә, шуға күрә уларҙың һыуын сәсрәтеү, бысратыу һ.б. ярамай. Беҙҙең өсөн булдырылған матурлыҡты үҙебеҙ һаҡлап өйрәнһәк ине. Ялдарығыҙ матур үтһен!
"Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөндә Башҡортостанда фонтандар эше миҙгеле асылды. Байрам менән! Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек!" - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ", видеояҙма: https://vk.com/radiyhabirov
Читайте нас