Йәмғиәт
2 Май 2021, 13:00

Абай булығыҙ: аттар юғала!

Йылайыр районының Һултантимер ауылында йәшәгән Резеда Исҡужина ниндәй ярҙам һорап мөрәжәғәт итте?

Ҡара ергә аяҡ баҫыу менән халыҡ һыйыр малдарын, кәзә-һарығын яланға ҡыуҙы, күп урындарҙа көтөү сыҡты.
Ә бына йылҡы аҫрағандарға был мәсьәлә ҡағылмай, сөнки аттарҙың күбеһе йыл әйләнәһенә тиерлек иректә йөрөүсән. Уларға ла күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк тә бит... Мәҫәлән, Йылайыр районының Һултантимер ауылында ат юғалғаны тураһында хәбәр еткерҙеләр.
"Ике йәшлек ҡола бейәбеҙ юҡ, – тигән шул ауылда йәшәгән Резеда Исҡужина. – Ул көтөүҙән айырылып киткән булырға тейеш, уң яғында “А” тигән тамға һуғылған. Әгәр ҙә атыбыҙҙы күреүселәр булһа, 8-937-856-54-88 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ".
Әлеге шикелле бер бейәнең генә түгел, ә тотош йылҡы өйөрөнөң юғалыуы хаҡында хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Шуға ла малға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булыу мөһим.
Фото: Резеда Исҡужина.
Читайте нас