Йәмғиәт
2 Май 2021, 10:00

Йүнсел әтәс

“Һине ауылда “Әтәс” тип йөрөтәләр икән. Йүнле кешегә бындай ҡушамат тағылмаҫ”, - тип мыҫҡыл иткәйне. Хәҙер иһә илап килгән...

(Уйынлы-ысынлы)

Әнәс өйҙән сыҡҡанда, таң атыуын белдереп, әтәстәр ҡысҡырыша башлағайны. Ярайһы уҡ яҡты, шулай ҙа клубта дискотека көйө тынмаған – йәштәр һаман таралышырға ашыҡмай, ахырыһы. Ана, оло урамдан шарҡылдап көлөшә-көлөшә бер төркөм ҡыҙ үтте, улар артынан әсе итеп һыҙғырышып, таптырлашып егеттәр йүгерҙе. Әнәс тупһаға ултырып, ҡарашын ихата уртаһындағы сиҙәмдә тибенеп йөрөгән тауыҡтарға төбәне.

Ике әтәс, береһенән-береһе уҙҙырып, тауыҡтар алдында кәпәренә. Өлкәне, йәшерәгенән өҫтөн күренергә теләгәндәй, арбаға менеп ҡысҡырырға тотондо. Күңеле булғансы тамаҡ йыртҡас, төштө лә, үҙенә баһа көткәндәй, “ҡыҙ-ҡырҡын” алдында бейергә кереште. Әммә тауыҡтар араһында уға иғтибар итеүсе табылманы – ситкә үк китеп барҙылар. Йәш әтәс тә бирешеп барғандарҙан түгел: ҡойма башына менеп ҡунаҡланы. Ҡанаттарын киң йәйеп, талпынып ҡысҡырғас, ипле генә осоп төштө лә, “үҙ яртыһы”н эҙләп, бер килке өйөрөлөп алды. Был да тауыҡтарҙың күңелен яуларлыҡ түгел ине, күрәһең: әтәстәрҙең ҡылығы яуапһыҙ ҡалды. “Ир-ат” артабан утынлыҡ өҫтөнә лә, һарай башына ла менеп үҙ һөнәрен күрһәтте, әммә тауыҡтар ни өсөндөр Әнәстәрҙең баҡсаһы ситендә яңғыҙ ғына тибенеп, емгә саҡырып йөрөүсе күрше әтәскә күҙ һалды. Бына ҡайҙа ысын “ир”!..

Бер аҙҙан тауыҡтарҙың барыһы ла ошо егәрле әтәс тирәһендә урала ине. Әнәс, ҡош-ҡорттоң тамашаһын ҡарап ултыра торғас, үҙе өсөн ниндәйҙер асыш яһағандай, ҡыуанып ҡуйҙы.

Егетте тиңдәштәре “Әтәс” тип йөрөтә. Юҡ, исеме Әнәс булғанға түгел, ә башланғыс класта уҡығанда урыҫ теле дәресендә “отец” һүҙен “әтәс” тигән кеүегерәк әйткәне өсөн йоҡто был ҡушамат уға. Хәҙер инде өсөнсө тиҫтәне ҡыуа башлаған егет быға ныҡ ғәрләнә, бигерәк тә ҡыҙҙар ауыҙынан ишетһә. Улар менән борсағы бешмәүгә лә сәбәпсе булды был. Былтыр Әнәс ауылдағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килгән Әнүзә исемле сибәркәйҙең артынан йүгереп алғайны. Ҡыҙға күпме генә ярарға, оҡшарға тырышмаһын, егеттең теләге ҡабул булманы. Әллә Әнүзә ғорур ине, әллә Әнәс бешмәгән?.. Тәүге танышҡанда уҡ ҡыҙ егеттең оҙатып барырға тигән тәҡдимен кире ҡаҡты. “Һине ауылда “Әтәс” тип йөрөткәндәрен ишеткәйнем. Йүнле кешегә бындай ҡушамат тағылмаҫ”, – тине.

Икенсе юлы Әнәс ҡыҙға гөлләмә бүләк итергә булды. Кис, бесәндән ҡайтҡас, ҡараңғы тип тормай, ҡырға сыҡты. Ҡояш байығандан һуң, кинәт ел күтәрелеп, күкте ҡап-ҡара болоттар ҡаплай башлағайны, ярай әле, ай яҡтыһы бар ине. Егет, һәрмәнеп йөрөп, ялан сәскәләрен бер ҡосаҡ итеп йыйҙы ла, бүләгенең шәплегенә ҡыуанып, ауылға осоп тигәндәй ҡайтты. Бер михнәттең мең рәхәте була, тиһәләр ҙә, Әнүзә егеттең һыҙғырыуына сыҡманы, солан тәҙрәһенән ҡараны ла: “Гөлләмәң әтәс ҡойроғондай икән. Үҙеңә тағып ал”, – тип көлдө.

Бер көн клубта иһә: “Һин миңә оҡшамайһың, мин ысын егеттәрҙе яратам”, – тип белдерҙе. Үҙе хәс бройлер кеүек һонтор Әкрәм янында өйөрөлә ине. Әтәсләнеп, көн дә эсеп, дыуамалланып йөрөгән Әкрәмме икән ысын егет?

Шул ваҡиғаларҙан башлап Әнәс киске уйынға сыҡмаҫ булды, Әнүзәгә иғтибар итмәне, ҡул һелтәне. Көҙөн атаһы менән яңы өй күтәреп ултырттылар, ихаталарында күптән эшһеҙ ултырған иҫке тракторҙы йүнәтеп алып, ҡышын ауылдаштарына утын-бесән ташыны, бер аҙ аҡса туплағас, яҙын ҡуртымға ер, орлоҡ юллап, шунда йәшелсә сәсте, үҙен умартасылыҡта ла һынап ҡарарға тәүәккәлләне. Эштәр көйлө бара, әммә ниҙер етмәй ине барыбер...

Әле Әнәс ауылға ҡунаҡҡа килгән Мәскәү һылыуы Надя менән дуҫлашып йөрөй. Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө яҡын-тирәлә оҫталығы менән дан алған ҡортсо һәм һунарсы бабайға кәңәш һорарға ингәйне. Ишеген хужа үҙе түгел, ә таныш булмаған ҡыҙ асты. Ҡорт сағыуҙан шешенгән Әнәстең йөҙөнә ҡарап, Надя тәүҙә: “Моғайын, һуғыш суҡмарылыр әле”, – тип уйлағайны. Танышып, йәнә бер-икене күрешкәс, бөтөнләй: “Әнәс йөрәгемә “ҡыҙыл әтәс” ҡундырҙы”, – тип хәбәр һалды.

Дуҫлашып йөрөйҙәр, тигәс тә, яҡты күҙҙә генә осрашып, Надяның олатаһының өйө ҡаршыһындағы эскәмйәлә һөйләшеп ултырып алалар инде. Ҡарт шунан артығын рөхсәт итмәй. Хәйер, егеттә лә яуапһыҙ ҡыланырға иҫәп юҡ. Ир булырға күптән ваҡыт бит инде.

Бына кисә лә улар, тормошҡа ҡараштарын уртаҡлашып, киләсәк тураһында хыялланып, байтаҡ ҡына ултырҙы. “Әйҙә, өйләнешәйек тә Мәскәүгә китәйек. Өс бүлмәле фатирыбыҙ, ҡала ситендә ике ҡатлы йортобоҙ бар, етеш кенә йәшәйбеҙ, атайым өр-яңы машина бүләк итер үҙеңә. Ул ҙур ерҙә эшләй, ни кәрәк, барыһын да булдыра ала”, – тип өгөтләне ҡыҙ. Ә егет, ҡалаға “килен булып төшөүҙе” түбәнселек һанауын белдереп, ҡырҡа баш тартты. “Ярай, улайһа, ошо ауылда йәшәрбеҙ, – тип шунда уҡ кирегә борҙо Надя. – Никах уҡытып өйләнешербеҙ, оҙон күлдәк, яулыҡ менән йөрөрмөн. Миңә килешер ул! Олатайым да шулай талап итә...”

Әнәс үҙенең ҡарарын оҙаҡ көттөрмәне. “Иртәгә таң менән умарталарҙы тейәп Йүкәлетау утарына китәм, оҙаҡ ҡына булмам. Һин, Мәскәүеңә ҡайтҡас, атайыңды иҫкәртә тор, – тине. – Көҙгә әйттерербеҙ...”

* * *

...Ҡалғанын бәйнә-бәйнә яҙыр инем дә, геройҙарҙың артабанғы яҙмышын ишетеп кенә беләм шул. Әлеге хәлде ҡасандыр миңә һөйләгән Әнәс хәҙер – районда иң абруйлы эшҡыуарҙарҙың береһе. Надя, ата-әсәһенең ай-вайына ҡарамай, уға кәләш булып, ауылға күсеп ҡайтҡан, башҡортса арыу уҡ һупалай, хатта исемен Нажиә тип үҙгәрттергән, ти. Ә ысын егет эҙләгән Әнүзә ҡупырыш, ҡоро кәүҙә Әкрәмдән, эсеп йөрөп, кикереге шиңә башлағас та, айырылып китергә мәжбүр булған. Әнәсте тиңһенмәгәненә үкенә икән. Бер саҡ хатта ғәфү үтенеп илап килгән, әммә ғаиләле ир уны ҡабат әйләнеп килмәҫтәй итеп кире борған, ти.

Фото: moydvor.ru

Читайте нас