Бөгөн Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тыуған көнөн билдәләй! Ошо уңайҙан Илгиз Ахвас улын “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡотлай, һаулыҡ, уңыштар теләй!
Илгиз Субушевтың сираттағы яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте.
– Селтерләп аҡҡан һыу, уңайлы һәм матур ял урыны – тап ошонда ғаилә менән ял итергә мөмкин, – тип ҡыуанысы менән бүлешкән Илгиз Ахвас улы. – Бөгөн йылы көндәр килгәс, район мәҙәниәт һарайы майҙанында фонтанды ебәрҙек. Ғөмүмән, беҙҙең районда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ уй-маҡсаттар бихисап. Быйыл Иҫке Балтас ауылында “Йәшлек” аллеяһын төҙөйәсәкбеҙ, ә 2022 йылға “Дан” скверын төҙөкләндерергә уйлайбыҙ.
Илгиз Субушев һөйләүенсә, матур йәшәүҙе берәү ҙә тыймаған бит. Барыһы ла халыҡ өсөн хәстәрләнә.
Фото: Илгиз Субушевтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.