"Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә коллегаларым һәм Шишмә районының Келәш ауылы кешеләре менән зыяратта булдым, унда өмәлә ҡатнаштым", – тип яҙған Фейсбуктағы сәхифәһендә Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Әйтеүенсә, был зыяратта уның атаһы Таһир Хәбибов ерләнгән. Ул хәрби кеше булған, шуға ғаиләһе менән йыш ҡына йәшәү урынын алмаштырғандар, күсенеп йөрөгәндәр. Атаһының мәңгелек төйәге - ошонда, тыуған ауылында.
Руслан Хәбибов был тәңгәлдә эштәрҙе яҡшы ойошторғаны өсөн Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровҡа рәхмәтле.
Фото: Руслан Хәбибовтың Фейсбуктағы сәхифәһенән.