Йәмғиәт
3 Май 2021, 11:15

Өмәләрҙә халыҡтың күплеге ҡыуандыра

Бер йыл элек беҙҙең республикабыҙҙа иҫкә алыу көнө тигән күркәм традиция барлыҡа килгәйне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” сәхифәһендә түбәндәге яҙманы хәбәр иткән.
– Бер йыл элек беҙҙең республикабыҙҙа иҫкә алыу көнө тигән күркәм традиция барлыҡа килгәйне, – тигән Радий Фәрит улы. – Быйыл, һауа торошона ҡарап, зыяраттарҙа өмәләр бөтә муниципалитеттарҙа ла 3 майҙан 8 майға хәтлем барасаҡ. Ағастарҙағы ҡороған ботаҡтарҙы бысабыҙ, ҡәбер рәшәткәләрен һәм унда ингән ерҙе буяйбыҙ, ҡый сығарып түгәбеҙ, ҡыҫҡаһы, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарының, ветерандарҙың, һуғыш йылдарында тылда эшләүселәрҙең, Ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәре айырыуса иғтибар үҙәгендә. Ошо идеяны күтәреп алыусыларҙың һәм өмәләрҙә ғаилә менән ҡатнашыусыларҙың күплеге шатландыра. Кешеләр зыяратҡа килеп, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә ала алһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ.
Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.
Читайте нас