Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
4 Май 2021, 14:00
Ирекмәндәр ярҙамға киләсәк
Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ, төҙөкләндергәндән һуң ҡала скверҙары, майҙандар һәм тораҡ биләмәләре нисек буласағын бөгөн хәл итегеҙ!
Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! 26 апрелдә 2022 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһына ярашлы төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башланды.
Ул 30 майға тиклем
https://2.gorodsreda.ru/
платформаһында дауам итәсәк, Рәсәйҙең 14 йәштән өлкән һәр гражданы ҡатнаша һәм үҙ тауышын тәҡдим ителгән биләмәләрҙең береһе йәки һайлап алынған урындың дизайн-проекты өсөн бирә ала.
Шулай уҡ тауыш биреү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталын һәм телефон номерын файҙалана алаһығыҙ. Авторизация мәлендә проблема тыуа ҡалһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар. Ял көндәрендә лә улар йәмәғәт урындарындағы мәғлүмәт нөктәләрендә эшләй. 1540 ирекмән 154 урында республика халҡына төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреүҙә ярҙам итә. Проект ирекмәндәренең махсус ҡушымтаһы бар. Бының өсөн телефон номеры ғына кәрәк. Әлегә 37 мең тирәһе кеше тауыш биргән. Ирекмәндәр ярҙамында тауыш биреү адрестарын үҙегеҙҙең ҡала-район хакимиәтендә асыҡлағыҙ.
Хөрмәтле ватандаштар, тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ, төҙөкләндергәндән һуң ҡала скверҙары, майҙандар һәм тораҡ биләмәләре нисек буласағын хәл итегеҙ! Әгәр ҙә беҙ әүҙем йәшәргә һәм ял итергә теләйбеҙ икән, беҙгә бөгөн тауыш бирергә һәм аҙаҡ фекер алышыуҙа ҡатнашырға кәрәк. Бергәләп эшләгәндә генә ысын мәғәнәһендә уңайлы ҡала мөхитенә эйә буласаҡбыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһына ярашлы, Башҡортостанда 2019 йылда – 185, 2020 йылда 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, ә быйыл 146-нан ашыуын яңыртыу планлаштырыла. Тормошҡа ашырылған проекттар һөҙөмтәһендә биләмәләрҙең тарихи йөҙө һаҡланып ҡалынды, мәҙәни ҡиммәттәре тулыраҡ асылды. Төҙөкләндерелгән биләмәләр уларҙа йәшәгән халыҡ ихтыяжына тулыһынса яуап бирәсәк. Күбеһендә спорт блоктары, заманса, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн айырым юлдар, ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк.
#МЖКХРБ
#ФКГС
#ГородаМеняютсяДляНас
#МеняюГорода
#Городаменяются
Фото: "Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"