Йәмғиәт
4 Май 2021, 07:30

Миллион һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге етәксеһе законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә аҡса алыуҙа шик аҫтында.

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡсылары Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһен ҡулға алған. Ул вазифаһынан насар ниәттә файҙаланыуҙа, йәғни ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт эше асылған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр йәй балалар баҡсаһы мөдире яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән ете миллион һумдан күберәк суммаға түбәне капиталь ремонтлауға муниципаль килешеү төҙөгән. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡ йәмғиәт менән ҡаланың белем биреү бюджет учреждениеларының береһенең биналарын капиталь ремонтлауға һәм биләмә алдын төҙөкләндереүгә 28 миллион һумдан ашыу суммаға муниципаль контракт төҙөлгән.
Артабан мәғариф бүлеге етәксеһе тиҙ байығырға уйлаған, күрәһең. Ул таныш компания вәкиленә муниципаль контракт күләменең өс процентын, йәғни бер миллион һумдан артығырағын ришүәт сифатында биреү талабы менән мөрәжәғәт иткән, йәнәһе.
Мәҫәлән, хакимиәт хеҙмәткәре магазиндарҙың береһендә үҙ ихтыяждары өсөн 100 меңдән күберәк суммаға төҙөлөш материалдары һатып алған, улар өсөн коммерция предприятиеһы иҫәпләшкән. Артабан мәғариф бүлеге етәксеһе балалар баҡсаһы мөдире һәм белем биреү учреждениеһы директоры тарафынан муниципаль контракттар буйынса башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү акттарына ҡул ҡуйыуҙа ярҙам иткән.
Әле етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу буйынса тикшереү бара.
Фото: "Башинформ".




Читайте нас