Бөгөн Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге причалға яңы яр буйы төҙөлөп бөткәндән һуң тәүге тапҡыр Мәскәүҙән килгән круиз теплоходы туҡтаны. Өс палубалы теплоход “Русь Великая” исемен йөрөтә.
Был ваҡиға Башҡортостан Хөкүмәтенең, “Камводпуть” федераль бюджет предприятиеһы хакимиәтенең һәм “Экспресс-тур” компанияһының яйға һалынған хеҙмәттәшлеге нигеҙендә тормошҡа ашырылған.
Круиз “Ағиҙел – Арҡайым планетаһы” исеме аҫтында сәйәхәткә сыҡҡан, теплоход Мәскәү - Углич – Ярославль – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Ағиҙел – Бөрө - Өфө – Чебоксар – Кострома – Мәскәү маршруты буйынса хәрәкәт итә. Туристар Мәскәүҙән Өфөгәсә йылға буйлап бер аҙна тирәһе килгән, илебеҙҙең Алтын ҡулсаһына ингән иң матур ҡалаларҙа туҡтап киткән.
Теплоходта көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ҡаралған, күңел асыу программаһы бар. Ә ярҙа туристарҙы экскурсиялар көтә. Уларҙың күпселеге Бөрөлә төшкән һәм “Арҡайым яланы”, “Бөрө – рус сауҙагәрҙәре ҡалаһы” маршруттары буйынса экскурсияларҙа булған. Дөйөм алғанда, туристар юлда 15 көн үткәрәсәк.
“Русь Великая” теплоходы йылғала ла, диңгеҙҙә лә йөрөй алған универсаль транспорт төрөнә ҡарай. Ул 2013 йылда төҙөлгән һәм заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған: бында иң ышаныслы механика һәм заманса ҡорамалдар, навигация, янғын хәүефһеҙлеге системаһы ҡуйылған.
Был круиз лайнеры Ағиҙел буйлап пассажир туристар ағымын тергеҙеүҙә тәүге ҡарлуғас булыуы ихтимал. Өфө тағы ла биш диңгеҙ баш ҡалаһы исемен йөрөтөргә әҙер: ҡасандыр уны тап шулай атағандар.
- Өфө причалы сафҡа ингәндән һуң ҡалаға беренсе судно килде һәм был символик әһәмиәткә эйә. Ошо ваҡиға туризм өлкәһендә үҫешеү өсөн республикаға яңы мөмкинлектәр бирә, - тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров.
Судно хужалары һәм туристик маршруттар ойоштороусылар менән хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.