Бөгөн, 5 майҙа, оператив разведка һәм яңы янғын сығанаҡтарын асыҡлау маҡсатында республиканың Урман хужалығы министрлығы урман фондына авиапатруль ойошторған.
Уның һөҙөмтәһендә 4,1 миллион гектар майҙанда урман фонды биләмәһенә мониторинг яһала. Билдәле булыуынса, урмандарҙың төп өлөшө республиканың таулы өлөшөндә урынлашҡан.
"Авиация разведкаһы ярҙамында оператив рәүештә урман янғындары, уларҙың параметрҙары һәм таралыу йүнәлеше асыҡлана, ут һүндереүсе төркөмдәр, саралар координацияһы тәьмин ителә. Башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙә лә ут сығанаҡтары асыҡлана. Осоусы мәғлүмәттәрҙе Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә", - тип белдерҙе Урман янғындары үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.
Бөгөн тап авиация ярҙамында Баймаҡ урмансылығында (Этҡол участкаһы) ут сығанағы асыҡланған. Патруль Өфө - Белорет - Учалы - Әүжән - Бөрйән - Баймаҡ - Йылайыр - Аҡъяр - Өфө маршруты буйынса ойошторолған.
2021 йылда Башҡортостанда авиапатрулдең һигеҙ маршруты билдәләнгән. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо - 4615 километр. Янғындарға бәйле, маршруттар үҙгәреүе ихтимал.
Әгәр ҙә урман янғындарын асыҡлаһағыҙ, был йәһәттән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарына юлыҡһағыҙ, Төбәк диспетчер хеҙмәтенә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефонға шылтыратығыҙ:
Урман һағының тура бәйләнеш телефоны:
Мәғлүм булыуынса, республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Ғәҙәттә, бындай осраҡтар урындағы халыҡтың һаҡһыҙлығы, уттың башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән күсеүе сәбәпле сыға. Хәүефһеҙлек талаптарын боҙған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Фото: forest.bashkortostan.ru