Бөгөнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала 380 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре тамамланған. Был дөйөм күләмдең 20 процент самаһын тәшкил итә.
Республика аграрийҙарына ике миллион гектар самаһы майҙанда сәсеү эштәрен башҡарырға тура киләсәк. Бойҙай культуралары ултыртылған майҙан бер тәүлектә 90 мең гектарға артҡан. Сәсеү кампанияһы Илеш һәм Дүртөйлө райондарында айырыуса әүҙем бара, унда эштәрҙең яртыһы тамамланған тиерлек.
Ағымдағы йылдың яҙғы баҫыу эштәрендә 10,6 мең трактор агрегаты һәм биш мең тирәһе транспорт сараһы ҡулланыла. Төбәктә ауыл хужалығы техникаһын әүҙем яңыртыу һөҙөмтәһендә быйыл тупраҡты эшкәртеү ҡорамалдары - 480, сәсеүҙеке 180-гә күберәк.
"2021 йылдың өс айында республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре дөйөм хаҡы 1,8 миллиард һумға еткән 778 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал алған. Был былтырғы күрһәткестәрҙән бер миллиардҡа күберәк. Булған техника паркы яҡшы һауа торошо шарттарында тәүлегенә 100 мең гектар самаһы бойҙай культураһы сәсеү мөмкинлеге бирә", - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Техника яңыртыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға республика властарының ярҙам итеүе күп ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн төп этәргес булып тора. 2020 йылда төбәк программаһы буйынса 1,8 миллиард һум күләмендә субсидиялар түләнгән, аграрийҙар 10,5 миллиард һумлыҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алған. Был - рекордлы күрһәткес.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.