Йәмғиәт
6 Май 2021, 10:40

Һамарҙар Ғайса Йосоповты онотмай

Һамар драма театры алдында чапаевсыларға ҡуйылған билдәле һәйкәлдә һынландырылған һуғышсылар араһында башҡорт егете лә бар икәнен һирәктәр генә белә. Ул – шағир Ғайса Йосопов, Граждандар һуғышы менән Бөйөк Ватан һуғышын бергә бәйләгән шәхес. Беҙгә, Һамар башҡорттарына һәм, ғөмүмән, барлыҡ милләттәштәребеҙгә уның тураһында белеү мотлаҡ, тип иҫәпләйем.

Һамар драма театры алдында чапаевсыларға ҡуйылған билдәле һәйкәлдә һынландырылған һуғышсылар араһында башҡорт егете лә бар икәнен һирәктәр генә белә. Ул – шағир Ғайса Йосопов, Граждандар һуғышы менән Бөйөк Ватан һуғышын бергә бәйләгән шәхес. Беҙгә, Һамар башҡорттарына һәм, ғөмүмән, барлыҡ милләттәштәребеҙгә уның тураһында белеү мотлаҡ, тип иҫәпләйем.


Чапаевсыларға һәйкәл – ул халыҡтар дуҫлығының бронзанан ҡойолған бер символы. Һәйкәлдә кәүҙәләндерелгән яҫы битле, тулы кәүҙәле ҡыҙылармеец – башҡорт, башҡа һуғышсылар кеүек үк, алға – яу майҙанына уҡталған. Ҡулында – винтовка.
Ленинград ҡалаһында был һәйкәл ижад ителгән саҡта скульптор М.Г. Манизер ошо символик образда башҡорт шағиры Ғайса Йосоповты кәүҙәләндергән. Шағир ул ваҡытта Ленинград хәрби-медицина академияһында уҡыған, янып-илһамланып шиғырҙар яҙған һәм, ваҡыт табып, биш-алтышар сәғәтен скульптор янында үткәргән.
“Кем ул Ғайса Йосопов? Ҡайҙа тыуған?” тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындырыр күптәрҙе.

Ғайса Йосопов 1905 йылда хәҙерге Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылында тыуған. Етем үҫеп, балалар йорттарында тәрбиәләнгән, совет мәктәптәрендә, рабфакта, академияла белем алып, ҙур белгес – хәрби табип булыуға өлгәшкән.
1941 йылда фашистар госпиталде бомбаға тотҡанда, шағир, хәрби табип Ғайса Йосопов батырҙарса һәләк була. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында башҡорт әҙәбиәтенән йолҡоп алынған оло йөрәкле талант үҙе үк ҙур һәйкәлгә хаҡлы ине. Бына шундай үрнәк алырлыҡ кешеләр бар башҡорттарыбыҙ араһында: ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә күп изге эштәр башҡарып өлгөрә Ғайса Йосопов.
Шағирҙың әҙәби мираҫы ҙур түгел, ул ни бары “Төҙөгәндә”, “Бәрүәз һәм өй ҡуяндары” тигән ике китап сығарып өлгөргән. Ләкин, әҫәрҙәренән күренеүенсә, шағир шул ваҡытта уҡ әле күп яҡлы оҫталыҡҡа эйә булған, поэзияның ташҡын ағымына үҙенсәлекле йүнәлеш индергән. Грибоедов та бит үҙ ғүмерендә бер генә әҫәр (“Горе от ума”) ижад иткән. Эш һанда түгел, ә талантта!
Еңеүҙең сираттағы йыллығын билдәләгәндә лә беҙ, Һамар башҡорттары, ошо һәйкәлгә сәскә һалырға, доғаларыбыҙҙы Ғайса Йосопов рухына бағышларға ниәтләйбеҙ.


Һамар өлкәһе, Оло Чернигов районы,

Украинка ауылы.
Читайте нас