Ауылыбыҙҙа оло быуын вәкилдәре хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ана шул изге, саф күңелле ағинәйҙәрҙең береһе – Нәбирә апай Алтынбаеваны бар күңелем менән яратам.
– Һаумы, класташ! – тип ҡосаҡлап ала ул, сөнки оло ҡыҙы Венера менән бер класта уҡыныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йәшләй генә мәрхүмә булып ҡалды. Класта ғына түгел, мәктәп буйынса ла иң яҡшы өлгәшкән уҡыусыларҙың береһе булды. Теүәл фәндәрҙе лә үҙ итте, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лә уҡытыусыларҙы тәрән белеме менән ғәжәпкә ҡалдырыр ине.
Концерт ҡуйған саҡтарҙа иң уртала Венера йөрөр булды. VI–VII кластарҙа уҡығанда Иҫәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең Ульяна Громова исемендәге дружина советы рәйесе булғанын берәү ҙә онотмағандыр. Һанай китһәң, тырыш ҡыҙ баланың өлгәшкәндәрен яҙып бөтөрөрлөк түгел. Урыны ожмахтың иң түрҙәренән, фирҙәүес йәннәттәренән булһын!
Ошо уңған, һәр саҡ маҡталып йөрөгән класташымдың әсәһе Нәбирә апайға бәләкәйҙән һоҡлана инем. Сөнки... Яңғыҙы ғына алты бала үҫтереп, кеше итеп, аяҡҡа баҫтырған оло йөрәкле Әсә ул!
Хәләле Әбдрафиҡ ағай аварияға эләгеп һәләк булғанда уға ни бары 39 йәш була. Төпсөгө Рәфискә – йәш ярым ғына, имсәк бала ине. Әммә көслө рухлы апайыбыҙ илап-һыҡтап ултырмай. Үҙендә артабан йәшәр өсөн көс таба: береһенән-береһе кескәй сабыйҙарына үҙе атай ҙа, әсәй ҙә булып, артабан тормош һуҡмағынан атлауын дауам итә.
Ағас эшкәртеү комбинатында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә ҡап һуға, кисет, вехотка бәйләй. Эштән ул хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыға. Әлбиттә, үҙе һылыу, үҙе уңған, үҙе сабыр ҡатынды кәләшлеккә һоратыусылар ҙа була. Әммә Нәбирә апайыбыҙҙың йөрәгенең асҡысы тик бер кешелә, балаларының атаһы, әкиәттәй баһадир кәүҙәле, кәләшен усында ғына йөрөткән хәләле Әбдрафиҡ ағайға мәңгелеккә тапшырылған.
Бөгөн биш балаһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Нәбирә апай 11 ейән-ейәнсәренә һөйөклө өләсәй булып, ауылда матур итеп донъя көтә.
Янында теге саҡта атайһыҙ ҡалған имсәк бәпесе – Рәфисе бар. Бөгөн ул – типһә тимер өҙөрлөк ир-егет! Ауылдың мәҙәниәт клубында эшләй.
Апайыбыҙҙың балалары үҙе һымаҡ аҡыллы, ипле, тәүфиҡлы булып үҫте. Рәфил менән Рәсүл ауылда матур итеп өй һалды. Рәфил улы Осъяҡта төпләнһә, Рәсүле үҙенең ҡанаты аҫтында, янында ғына өй күтәрҙе. Себерҙә эшләнеләр. Хәҙер бөтә кешене һоҡландырып, гөрләтеп донъя көтәләр, умарта тоталар. Иң кәрәкле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, кем нимәгә мохтаж, ошо егеттәр барыһына ла ярҙамға килә. Оло килене Фәриҙәнән изгелекте күп татый апайыбыҙ. Килене уны үҙҙәренә алып ҡайтып мунса ла индерә, матур итеп ҡунаҡ итә, күңелен күрә.
Миңлегөл ҡыҙы ла, Себер тарафтарында эшләгәндән һуң, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтты. Ул да, ауылда төпләнергә уйлап, өй һатып алды. Әсәһенә яҡын ғына ерҙә урынлашҡан йортто бөгөн ҡыҙҙары сафҡа индереү өҫтөндә.
– Ҡыҙым янымда була, киләсәктә имен-аман йәшәргә яҙһын инде, – ти апайыбыҙ.
Илмира ҡыҙы ғаиләһе менән ҡалала. Матур йәшәйҙәр, әлхәмдүлилләһ.
Күңелен имләргә тағы ла бер ҡыуанысы бар: донъя көткән өйөнөң ҡаршыһында ғына Венераһының ҡыҙы – ейәнсәре Гөлнара нигеҙле, ҡыйыҡлы буласаҡ! Ин-шәә-Аллаһ! Һүҙ ҙә юҡ, бик бәхетле Нәбирә апайыбыҙ, балаларына ҡарай ҙа һоҡланып бөтә алмай.
– Үҙем яңғыҙ йәшәгәс, бының ни икәнен беләм. Балаларым, парлы күгәрсендәр кеүек тигеҙ, парлы, бәхетле ҡартайһын инде, тип көн-төн Раббыбыҙҙан теләп кенә ултырам, – ти ул.
Апайҙы йылы мейес буйына ултыртып фотоға төшөрәм. Бәләкәй генә буйлы, әммә оло йөрәкле, көслө рухлы, тормошто, ғүмерҙе иҫе китеп яратҡан ошо оло быуын вәкиле Нәбирә Алтынбаеваның тормош юлын йәштәр белһен, һоҡланғыс кешелек сифаттарын күрһен, өлгө алһын, тиеүем.
Апайыбыҙ һәр саҡтағыса шаян, йор һүҙле.
– Һиңә әле нисә йәш булып китте инде? – тим.
– 1941 йылғы мин, ноябрҙә тыуғанмын. Көҙгә, насип итһә, 18 йәшем тула, – тип шаярта.
Үҙе миңә ҡарап ҡояш кеүек йылмая. Ошо ихласлыҡҡа ҡарап, күңелем мөлдөрәмә тулыуына түҙмәй, уны һығып ҡосаҡлап алам.
– Былай булғас, көҙгә көтәһең инде, тыуған көнөңдә ҡотларға киләбеҙ, класташ, ин-шәә-Аллаһ! Иң мөһиме – донъялар имен, ил-көндәр тыныс булһын! – тим.
– Һеҙҙең өсөн ҡапҡам да асыҡ, күңелем дә асыҡ! – тип оҙатып ҡалды мине Ағинәйем.
Донъяны йәмләүсе Ағинәй! Балаларына күңел ҡояшы булып балҡыған Әсәй! Раббыбыҙ үҙеңә ғүмерҙең хәйерлеһен, бәрәкәтлеһен биргән. Ҡасандыр селпәрәмә кителгән яҙмышыңды үҙ ҡулдарың менән яңынан ҡоршауың, тәҡдир һынауына бирешмәүең – бөгөн үҙ балаларыңа ғына түгел, барса ауылдаштарға өлгө. Тышта ҡар, буран, ә һеҙҙең өйҙә – яҙ, ҡояш! Бәхет шулай була. Бәхет балаларҙың “әсәй!” тип, ейән-ейәнсәрҙәрҙең “өләсәй!” тип өҙөлөп тороуында.