9 майҙа Өфөлә көндөң йылы булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, көндөҙ һауа температураһы 23-24 градус йылы була.
Яуым-төшөм күҙалланмай. Төндә иһә температура плюс 8-12 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Йылы көндәр республикала киләһе аҙнаға тиклем һаҡлана.