Йәмғиәт
6 Май 2021, 10:25

Килсенбаевтар – күптәргә өлгө

Был ғаилә район кимәлендәге сараларҙа даими ҡатнаша.

Ысын уҡытыусыны шәмгә тиңләйҙәр, сөнки тап ошо һөнәр эйәләренә үҙенең осҡоно менән меңәрләгән башҡа йөрәктәрҙе тоҡандырып ебәреү мөмкинлеге бирелгән. Яңы ғына аң-тоңдо айыра башлаған малай-ҡыҙҙарҙы оло тормош юлына етәкләп алып ингән башланғыс класс уҡытыусыларына иһә айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Уҡыусыларҙың изге күңелле, маҡсатлы, өлгөр, тәүәккәл булып үҫеүендә уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.


Әлмәс мәктәбендә 25 йылға яҡын балаларға белем һәм тәрбиә биргән Гөлнара Килсенбаева Үрге Сирбай мәктәбен тамамлаған, унан инде юғары уҡыу йортона ингән. Уҡытыу­сылыҡты һайлауына һис тә үкенмәй.
– Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе тип күҙ алдына ла килтер­мәйем, – ти әңгәмәсем. – Мәктәп минең өсөн барыһы ла, бында миңә теләктәш булған хеҙмәттәштәрем, серҙәшкә әйләнгән уҡыусыларым бар.
Кешене эсәр һыу, ейәр ризыҡ йөрөтә, тиҙәр бит.

Тәүге хеҙмәт юлын Үрге Сорғояҙҙа башлаған Гөлнара Фәрит ҡыҙы 1993 йылда Әлмәс мәктәбенә эшкә күсә. Артабан уның эше генә түгел, яҙмышы ла был ауылға бәйләнә: буласаҡ тормош иптәше Зөфәр Сөләймән улы менән танышып, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ күркәм ғаилә ҡоралар. Әйткән­дәй, ғаилә башлығы ҡасандыр үҙе лә педагог һөнәрен һай­лаған булған, әммә ҡыйыу­һыҙлығы арҡаһында, “йыйын ҡыҙҙар араһында уҡып йөрөмәйем” тигән һылтау менән институтты ташлап, икенсе юҫыҡтан киткән.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған пар ике улға, бер ҡыҙға ғүмер биргән. Оло улдары әлеге көндә – Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетында, икенсе улдары – Мораҡ башҡорт гимназияһының X класында, ҡыҙҙары Гөлсирен Әлмәс мәктәбенең II класында белем ала. Әйткәндәй, Вилдандың да, Илбатырҙың да исемдәре һеҙгә таныш булырға тейеш, сөнки физика, математика буйынса район, республика олимпиадаларында, шахмат, шашка, волейбол, полиатлон ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулаған егеттәр ха­ҡын­да матбуғатта йыш яҙалар.
Ояһында ни күрһә, осҡа­нында шул булыр, тигәндәй, уларҙың өлгөр ҙә, булдыҡлы ла булыуы ата-әсәһенән килә. Ауылда ғына түгел, район сараларында ла әүҙем ҡатнаша Килсенбаевтар. Гөлнара Фәрит ҡыҙының үҙен генә алайыҡ: 1999, 2006, 2012 йылдарҙа “Күгәрсен һандуғасы” тигән район конкурсында төрлө номинацияға лайыҡ була, 2012 йылда иһә “Иң булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” район бәйгеһендә “Иң яҡшы хужабикә” исемен яулай. Йыл һайын уҙғарылып килгән “Милләттәр кросы”, “Саңғы уҙышы” кеүек спорт сараларынан да ситтә ҡалмай.
Юғары категориялы уҡытыу­сы “иң отошлоһо – балаларҙы үҙ өлгөңдә тәрбиәләү” тип иҫәпләй һәм мөмкин булған сараларҙың барыһында ла ҡатнаша, үҙе артынан уҡыусы­ларын да эйәртә, көстәрен һынап ҡарарға дәртләндерә.
– Ауыл уҡытыусыһы көндә­лек мәшәҡәттәрҙән дә азат түгел бит әле, барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ? – тип ҡы­ҙыҡ­һынабыҙ унан.

Ул иһә сабыр ғына йылмайып, иренә ҡарап баш һелкә. Ысынлап та, Килсенбаевтар ғаиләһендә бар эште лә күмәкләп башҡарыу ғәҙәткә ингән. 70-ләп ҡаҙ, 100-гә яҡын өйрәк, бер баҡса кәбеҫтә үҫтереүҙә, кәртә тулы мал аҫрауҙа ата менән әсәнең дә, балаларҙың да өлөшө ғәйәт ҙур.

Зөфәр Сөләймән улы, етмәһә, бура бурап та, утын әҙерләп тә һата икән.
Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тиҙәр. Ҡыҫҡа ғына әңгәмә барышында Килсен­баев­тарҙың ысын башҡорт, ысын мосолман ғаиләһе икәнлеге күҙгә ташланды. Гөлнара Фәрит ҡыҙының тормош иптәшенә ҡарата ихтирамы, һәр эштә уны алға ҡуйыуы, ата-әсәнең йәшәү мәғәнәһен балаларында күреүе, әсәй абруйы, бер-береңә хөрмәт һәм ҡәҙер – уларҙың ғаилә бәхете нигеҙен ошо ғәмәлдәр тәшкил итә! Ғаиләһенән дә уңыуын, яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт күрһәтеүе менән дә бәхетле булыуын билдәләне ул.
Мәктәптә эшләү өсөн ба­лаларҙы эскерһеҙ яратыу мот­лаҡ. Уҡытыусының ихлас мөнәсәбәте уҡыусыларҙың тәртибендә лә, тырышып уҡыуҙарында ла сағыла.
– Үҙең ихлас булғанда ғына, уларҙың күңелен яулап алырға мөмкин, – тине йөҙәрләгән уҡыусыға осор өсөн ныҡлы ҡанаттар биргән педагог.

Илде һаҡлау – ир-егеттәр иңенә төшкән изге бурыстарҙың береһе ул. Борон-борондан шулай ҡабул ителгән: көслө заттар тыуған ер, тыуған ил именлеге өсөн ҡалҡан булһа, ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө йәштәребеҙ ҙә атай-олатай­ҙарының юлын лайыҡлы дауам итә: йыл һайын тиҫтәләгән егетебеҙ әрме сафтарына юллана.
Әлмәс ауылында Гөлнара менән Зөфәр Килсенбаев­тарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән Вилдан ауылда уҡығанда ла, Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алғанда ла иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе булып таныла. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән, спортты ла үҙ итә. Олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында призлы урындар яулай.
Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлай. Армияға үҙе теләп юллана. Унда ла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Вилдандың ата-әсәһенә килгән рәхмәт хаты ла шул турала һөйләй.
72155-се хәрби часть командиры, полковник Б. Дашицыденов ҡул ҡуйған хатта шундай юлдар бар: “Хөрмәтле Зөфәр Сөләймән улы һәм Гөлнара Фәрит ҡыҙы! Улығыҙ Килсенбаев Вилдан Зөфәр улына яҡшы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн 72155-се хәрби часть командованиеһы һеҙгә рәхмәт белдерә!
Вилдан хеҙмәттә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Хәрби бурысты үтәү, антҡа тоғролоҡ йәһәтенән башҡаларға үрнәк булып тора, командирҙары һәм хеҙмәт­тәштә­ре алдында абруй яуланы. Ул – ысын дуҫ һәм иптәш, тәртип яратҡан һалдат, һөнәри белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә. Вилдан кеүек һалдаттар булғанда, хәрби көстәрҙең һәм хеҙмәттең абруйы артабан да күтәреләсәк.
Шундай ул үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ”.

Вилдандың хәрби хеҙмәтен тамамлап, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуы – ата-әсәһе, туғандары Илбатыр, Гөлсирен өсөн генә түгел, барлыҡ яҡташтары өсөн дә оло ҡыуаныс.


Күгәрсен районы.
Читайте нас