Йәмғиәт
6 Мая 2021, 09:30

“Үлемһеҙ полк. Онлайн”да теркәлдегеҙме?

Теркәлеү иртәгә, 7 майҙа, тамамлана.

Башҡортостанда 60 меңгә яҡын кеше “Үлемһеҙ полк. Онлайн” акцияһында ҡатнашырға теләк белдергән. Был турала сараны ойоштороусылар хәбәр итте.
Мәғлүм булыуынса, эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған иң ҙур сара онлайн тәртибендә уҙғарыла. Виртуаль парад 9 майҙа урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Уны “Үлемһеҙ полк” сайтында (https://2021.polkrf.ru), “Сәләм” телеканалы эфирында ҡарарға, портреттарҙың бер өлөшөн “БЮТ” телемарафонында күрергә мөмкин.
Теркәлеү иртәгә, 7 майҙа, тамамлана.
Ғаризаны “Үлемһеҙ полк. Онлайн” сайтындағы (https://2021.polkrf.ru) шәхси кабинетта, “Хәтер банкы” ресурсы, “Класташтар” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге ҡушымталар аша бирергә була. Модерация үткәс, шәхси кабинетта ҡаһармандың портреты һәм уны эфирҙа күрһәтеү ваҡыты билдәләнә. Онлайн-парад тамамланыу менән бөтә ҡатнашыусыларға яҡындарының фотоһы күрһәтелгән тапшырыуҙың өлөшө ебәрелә.
Яугир туғандары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе былтыр урынлаштырғандар өсөн теркәлеү алымы ябайлаштырыла – хупланған ғаризаны ҡабатлау ҙа етә.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас