Аҙна буйы Мираҫтың һүҙе башымдан сыҡмай, оноторға тырышып ҡараһам да, күңелде тынғыһыҙлап, өйөрөлөп тик йөрөй. Ҡара әле, мин нисек яңылышҡанмын! Һис кенә лә уны шундай ике йөҙлө, әхлаҡһыҙ тип уйламағайным. Уның ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләндем һәм ...үпкәләнем.
Беҙҙең бик яҡшы уртаҡ таныштарыбыҙ бар. Һис уйламағанда уларҙың айырылышыуын ишетеп таң ҡалдыҡ. Дөрөҫөрәге, мин нығыраҡ хафаландым, ҡайғырҙым, үрһәләндем. Мираҫ, тәүҙә борсолған төҫлө күренһә лә, аҙаҡ: “Тормош булғас, ир менән ҡатын араһында хыянатҡа ла урын бар. Өлфәт үлеп ғашиҡ булғас, ҡатынын алдап йәшәй алмай бит инде. Мөхәббәт барыһынан да көслөрәк”, – тимәһенме! Хыянатты “ғәҙәти хәл” тип иҫәпләп, мине тынысландырырға тырышҡан Мираҫ йән асыуымды ҡабартһа ла, һиҙҙермәҫкә тырыштым.
Нисек яҡын кешеңдең хыянатын аҡларға була? Ғаилә ҡорғанһың икән, ныҡлығы өсөн яуап бир. Улайһа, ниңә тормош ҡороп торорға? Тоттом да Мираҫтан һораным: “Бәлки, беҙгә өйләнешеп торорға ла кәрәкмәйҙер? Хыянат һинең өсөн “ғәҙәти” булғас...” Көтөлмәгән “һөжүм”дән албырғап ҡалған егетем аҡланырға маташты, имеш, уның башҡа бер кемгә лә күҙ һалғаны юҡ, әммә шундай хәл килеп тыуһа, йәғни “үлеп” ғашиҡ булырға тура килһә, минең уны аңлауыма һәм ғәфү итеүемә ышана...
Һүҙҙе йәһәт кенә башҡа темаға борҙом, тик күңел ҡырылды. Яратҡан кешеңдән бындай һүҙҙе ишетеүе ауыр, хатта тормошта көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар һағалауын яҡшы белһәң дә. Йәһәт кенә алмаштырырға мин бит һиңә сепрәк күлдәк түгел!
Миңә шундай ышанысһыҙ тормош юлдашы кәрәкме? Уға ҡарата йылылыҡ та кәмегәндәй, бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе. Бәлки, уның аҡланыуын ваҡытында ишетеү минең файҙағалыр ҙа...