Бөгөн, 7 майҙа, Хөкүмәттә Башҡортостан Башлығы үткәргән кәңәшмәлә республиканың Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеге тикшерелде.
“Ковид-19 таралыуға бәйле хәүефте күҙ уңында тотоп, ябыҡ биналарҙағы күмәк кеше йыйыла торған күп сараларҙы үткәрмәҫкә булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә байрам сараларын да асыҡ һауала, санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп ойошторабыҙ”.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов 9 майҙа Өфөлә парад һәм башҡа байрам тантаналары нисек үтере хаҡында һөйләне. “Иртәнге 10-да Октябрь проспектында парад була, хәрби техника үтә. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа битлек кейәсәк. Байрамға саҡырылған ветерандарҙан коронавирусҡа тест аласаҡтар. Уларҙы айырым транспортта, ковидҡа ҡаршы вакцина алған медик һәм ирекмәндәр оҙатыуында алып йөрөтөү ҡаралған, – тине ул. – Башҡортостан юлдаш, “Башҡортостан-24”, “Вся Уфа” телеканалдары байрам сараларын тура эфирҙа күрһәтәсәк”.
Республика етәксеһе Башҡортостан халҡының юғары илһөйәрлек күрһәткәнен билдәләне. “9 майҙа онлайн-форматта үтәсәк “Үлемһеҙ полк” акцияһына заявка биргән кешеләр һаны буйынса беҙҙең республика лидерҙар рәтендә. 87 мең кеше үҙ геройҙарының портреттарын ебәргән дә инде, – тине Радий Хәбиров. – Был беҙҙең йәмғиәттең гражданлыҡ һиҙгерлеге буйынса өлгөрөп еткәнен, йәштәребеҙҙең өмөтлө булғанын күрһәтә”.
Мәғлүмәт, фото: https://glavarb.ru/