Һуңғы йылдарҙа тарихҡа, архив материалдарына ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы хәрби мәғлүмәттәрҙе дөйөм бер базаға йыйыу өҫтөндә эшләй. Фронт баҫмалары ла – тарихи документтар рәтендә, сөнки һуғыш осорондағы ваҡиғалар, статистика һандары, яу хәрәкәттәре, тыл һәм фронт һыҙығы тормошо, дәүләт ойошмаларының эше, һалдаттарҙың һуғыш осорондағы көнкүреше, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм алған наградалары – барыһы ла гәзит биттәрендәге мәҡәләләрҙә сағылған. Хәрби хәбәрселәрҙең һәр материалы һуғыш ысынбарлығы картиналарын күҙ алдына баҫтыра. Фронт баҫмалары ярҙамында һуғышта ҡатнашҡан әллә күпме һалдаттың исемдәрен тергеҙергә, яугирҙәр тураһында йыйынтыҡтар яҙырға, нәфис фильмдар төшөрөргә мөмкин. 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының “Ҡыҙыл атлылар” гәзите – шундайҙарҙың береһе.
Һалдаттарҙың яратҡан гәзите
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дивизия гәзиттәренең дөйөм һаны 600-гә барып етә. Башҡа гәзиттәр менән сағыштырғанда, был баҫма айырыуса популяр һаналған: һалдаттарға үҙҙәре, дивизиялағы дуҫтары, тыл, фронт яңылыҡтары тураһында мәғлүмәттәрҙе уҡыу мөһим була. Быны тап дивизия баҫмалары тәьмин иткән. Ә армия, корпус, фронт гәзиттәре ил яңылыҡтарына, бойороҡтарға, дөйөм мәсьәләләргә күберәк иғтибар бүлә. Бынан тыш, дивизия гәзиттәре милли телдә сыҡҡаны менән өҫтөн була. Һалдаттарҙың ҡайһылары, рус телен белеп етмәгәнгә күрә, башҡа баҫмаларҙы уҡый алмай. Ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шәхси составында 81,4 процент – башҡорт, 14,5 процент татар яугире иҫәпләнгән.
Шул сәбәпле, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы “Ҡыҙыл атлылар” гәзитен сығарырға рөхсәт ала. Унан башҡа, дивизияның һәр подразделениеһында “Боевой листок”тар сығарылған. Уларҙың даимилығы, биҙәлеше, йөкмәткеһенә ҡыҙылармеецтар битараф ҡалмаған. Дивизия гәзитендә был турала йыш яҙғандар, бәләкәй баҫманы сығарыу тәжрибәһе менән уртаҡлашҡандар, кәңәштәр биргәндәр, хатта тәнҡитләгәндәр.
Дивизия гәзитендә тәнҡит ҡаты була. Тәрбиәләнергә, хатаһын төҙәтергә тейештәрҙең исемдәре асыҡтан-асыҡ әйтелгән. Был мәҡәләлә миҫал итеп килтерелгән материалдарҙа фронт гәзите стиле тулыһынса һаҡланһа ла, тәнҡит утына алынғандарҙың исем-фамилиялары төшөрөп ҡалдырылды (авт.).
“Ҡыҙыл атлылар”ҙың 1943 йылдың 20 июнендәге 170-се һанында (мөхәррир урынына – М. Хәкимов) баҫылған “Инициативалы газета” исемле мәҡәләнең авторы, гвардия ҡыҙылармеецы Б. Сәғитов: “Подразделениела регуляр рәүештә “Боевой листок”тар сығып тора. Уның редакторы иптәш Зарипов эшен ойоштороуға ҙур иғтибар бирә. Гәзит үҙ битендә дисциплинаны, боевой политик уҡыуҙарҙы үҙ юғарылығына күтәреү өсөн көрәш алып бара, етешһеҙлек тураһындағы сигналдар буйынса саралар күреүгә ирешә. Техник һәм художество оформлениеһы матур ғына.
Боецтар һәм командирҙар үҙҙәренең газеталарын яраталар, киң ҡатнашлыҡ итәләр”, – тип яҙа.
1943 йылдың 4 июлендәге 177-се һанында гвардия старшинаһы С. Яҡуповтың “Эшмәкәрле “Боевой листок” мәҡәләһе донъя күрә. “Подразделениела систематик рәүештә “Боевой листок” (редакторы – иптәш Рәхмәтуллин) сығып тора, – тип яҙа автор. – “Боевой листок” үҙенең бөтә эшмәкәрлеген подразделениела боевой-политик уҡыуҙарҙың барышына, атыу тренировкаларына, өлгөлө дисциплина булдырыуға арнай. Артта ҡалыусы боецтарға ярҙам ойоштора. Ул уңышлы үткән һуғыштарҙың тәжрибәләрен бирә. “Боевой листок” битендә йыш ҡына һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәткән иптәштәр сығыш яһайҙар. “Боевой листок”ты боецтар һәм командирҙар яраталар. Подразделениелағы өлгәшеүҙәрҙе һәм етешһеҙлектәрҙе “Боевой листок”та яҡтыртып, эштең алға барыуына ярҙам итәләр”.
“Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең 1943 йылдың 29 июлендә сыҡҡан 188-се һанындағы (мөхәррир урынына – М. Хәкимов) автор – ҡыҙылармеец Сәхиев үҙҙәренең подразделениеһында даими рәүештә, аҙнаға ике тапҡыр “Боевой листок” сығып торғанлығы тураһында хәбәр итә: “Редактор иптәш Уткин-Скворонский газетаның оператив һәм массовый булыуы өсөн көрәшә. “Боевой листок” боецтар һәм командирҙар араһында авторитет менән файҙалана”.
1943 йылдың 12 майындағы 152-се һанда “Степанов өлгө күрһәтә” исемле мәҡәләһендә ҡыҙылармеец Закиров “үҙҙәренең подразделениеһында боецтарҙың культуралы йәшәүҙәренә, ял ваҡыттарын тейешенсә һәм файҙалы үткәреүҙәренә ныҡ иғтибар ителеүе тураһында “Боевой листок”тарында йыш яҙалар һәм алдынғылар өлгөһө башҡаларға еткерелә” тип билдәләй.
1942 йылдың 7 июнендә баҫылған 36-сы һанда “Ҡыҙыл атлылар” гәзите мөхәрририәтенең “Онотҡандар” исемле тәнҡит мәҡәләһе: “Военкомы политрук иптәш <…> булған эскадронда стена газетаһы ҡасандыр регуляр һәм яҡшы итеп сығарыла ине. Ләкин һуңғы ваҡытта стена газетаһы ла, “Боевой листок”тар ҙа сыҡмай. 1-се взводта 28 майҙа сығарылған “Боевой листок” бары ике материал белән тултырылған. Шуның өҫтөнә беренсе материал һөйләм төҙөлөшө яғынан бик йәмһеҙ яҙылған. Редактор иптәш <…> эшкә бик формаль ҡарағанлығы, ә политрук иптәш <…> етәкселек һәм контроль итмәгәнлеге күренеп тора”.
1943 йылдың 10 майындағы 151-се һанда “Яңы боецтар араһында” исемле мәҡәлә “Боевой листоктарҙан” рубрикаһында баҫылған. Авторҙары – гвардия өлкән лейтенанты иптәш Хомяков подразделениеһынан Бикбаев һәм Мирғасимов. Унда: “Яңы килгән боецтарҙың күпселеге, шулар эсендә Абыҙгилдин, Ғиззәтуллин, Абдрахимов иптәштәр, өҫтәренә төшкән бурыстарҙы яҡшы аңлайҙар. Занятиеларҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтеп өйрәнәләр һәм яҡшы үҙләштерәләр. Ләкин бына <…> һәм <…> иптәштәр тураһында улай әйтеп булмай. Был иптәштәр үҙ эштәренә тейешле иғтибарҙы биреп еткермәйҙәр. Уларға эштә һынылыш яһайһы, алдынғы иптәштәрҙе ҡыуып етәһе бар” икәненә баҫым яһайҙар.
Артабан уҡыусылар иғтибарына “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә баҫылып сыҡҡан бер нисә мәҡәләне нисек бар, шул көйө тәҡдим итергә булдыҡ.
Ханов “Боевой листок”ты яҡшы сығара
Командиры гвардия ст.лейтенанты иптәш Байрамов булған подразделениела “Боевой листок” сығып тора.
“Боевой листок”тың редакторы иптәш Ханов уны сығарыу өсөн күп көс һәм энергия һала. Ул материалдарҙы белеп ойоштора һәм матур урынлаштыра, оформлениеға ныҡ иғтибар итә. Шуға күрә лә “Боевой листок”ты бөтә боецтар һәм командирҙар һөйөп уҡыйҙар, уға ҡатнашалар.
Һуңғы ваҡыттарҙа “Боевой листок”та ошондай материалдар урынлаштырылған: “Хәрби белемде арымай-талмай камилләштерергә”, “Уҡыуҙа өлгөлө иптәштәр”, “Алдынғыларҙан өлгө алығыҙ” һәм башҡалар.
“Боевой листок” битендә Ватан һуғышы фронтында дан алған боецтар, командирҙар тураһында материалдар һәм уларҙың тәжрибәләре бирелә. Подразделениеның намыҫы өсөн көрәш алып барыла.
Йәш боецтар газета аша һуғышта кәрәк буласаҡ яңы, файҙалы тәжрибәне өйрәнәләр. Агитаторҙар “Боевой листок”тағы материалдарҙы үҙҙәренең эштәрендә файҙаланалар.
“Боевой листок”, алдынғыларҙы күрһәтеү, тәжрибәләрҙе уртаҡлашыу менән бер рәттән, боевой, политик уҡыуҙарҙа артта ҡалыусыларҙы, дисциплинаны боҙоусыларҙы ныҡ тәнҡит итә, ләкин ул тәнҡит өсөн генә бирелмәй. Ул боецтарҙы тәрбиәләү, артта ҡалыусыларҙы алға сығарыу өсөн, кәңәш юлында, иптәштәрсә тәнҡит рәүешендә бирелә. Газета боецтарға ярҙам итә.
Редколлегияның һәм военкорҙарҙың эштәрендә хәҙер үҙәк урын булып Юғары Башкомандующий, Советтар Союзы Маршалы иптәш Сталиндың 95-се бойороғон пропагандировать итеү һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн көрәш тора. Газета командирҙарға, политработниктарға боевой уҡыуҙарҙы ойошторорға ярҙам итә, гвардеец-боецтарҙың һуғыш тәжрибәләрен яңы килгәндәргә еткереп, уларҙа һөжүм итеү дәрте үҫтерә.
Тиҙҙән матбуғат көнө етә. Матбуғат көнөнә тиклем бөтә подразделениеларҙа “Боевой листок”тарҙың өлгөлө сығыуына ирешергә, “Боевой листок”тарҙың соединение күләмендәге күргәҙмәһенә әҙерләнергә кәрәк. Был редакторҙарҙың, военкорҙарҙың намыҫ эше.
№143, 1943 йыл, 20 апрель].
Ошо йылдың 5 майында партиябыҙҙың Үҙәк Комитетының үҙәк органы “Правда” газетаһының сыға башлауына 31 йыл тулды. Был айҡанлы бөтә хужалыҡтарҙа беседа үткәрелде, “Боевой листок”тарҙың эшен планлаштырыу, эштә система булдырыу, уларҙы уҡыусы яратырлыҡ, бай йөкмәткеле һәм матур итеп сығарыу тураһында практик мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар булып үтте.
Бөтә “Боевой листок”тарҙың йөкмәткеһе иптәш Сталиндың 195-се приказын тормошҡа ашырыуҙың беҙҙең көндәлек боевой һәм политик әҙерлек эшебеҙҙә сағылышы менән билдәләнә. Киләсәктә “Боевой листок”тар үҙҙәренең эшен ошо төп бурысҡа буйһондорорға, тарихи приказдың үтәлешен систематик рәүештә конкрет факттарға бәйләп яҡтырта барырға тейештәр. Матбуғат көнө айҡанлы булып үткән кәңәшмәләрҙә мәсьәлә ана шулай ҡуйылды.
“Боевой листок”тарҙың эшен яҡшыртыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында бөтә хужалыҡтарҙа “Боевой листок”тарға смотр үткәрелә. Бөтә редколлегиялар үҙҙәренең газеталарын күргәҙмәгә сығарыуға әҙерләнергә тейештәр.
Әйтелгәндәргә шуны өҫтәр инек: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фронтта башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер “Ҡыҙыл атлылар” гәзите дошмандарҙы еңеүгә, илде баҫҡынсыларҙан азат итеүгә ҙур өлөш индергән һәм данлы тарихыбыҙҙа үҙенең ныҡлы урынын алып тора.