Бөгөн республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров Илеш районында булды. Ул сәсеү барышы, ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты. Шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәфетдин Ғуламановты етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотланы.
Ашман ауылында республика етәксеһе “Орленок” балалар лагерының 2021 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлеген тикшерҙе. Директор Рәмзил Рәхмәтуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, 26 майға тиклем бында реконструкцияны тамамламаҡсылар. Эш барышында лагерь корпустары яңыртылған, биләмә күркәмләндерелгән, заманса спорт майҙансығы төҙөлгән, матди-техник база ла нығытылған, 216 урынға иҫәпләнгән йоҡо корпусын төҙөү башланған. Был маҡсаттарға 153,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, уның 139-ын “Башнефть” биргән, ә 14-е республика бюджетынан алынған.
“Орленок” Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләй торған беренсе балалар һауыҡтырыу лагеры буласаҡ. Республика Башлығының социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указына ярашлы, 2024 йылға тиклем ошондай туғыҙ лагерь асыу күҙаллана. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, Баймаҡ, Ишембай, Салауат райондарынан заявкалар килгән дә инде. Төп бурыс – бындай лагерҙар, бар республиканы сорнап алыу өсөн, зональ рәүештә урынлашырға тейеш.
Республика етәксеһе яҡында урынлашҡан ҡунаҡхананы, саҡырылған уҡытыусыларҙы йәшәтеү өсөн, лагерь ҡарамағына тапшырырға тәҡдим итте. “Орленок”тың артабанғы үҫеше тураһында фекер алышыу ҙа булды.
Тәүге смена лагерға 3 июндә килә. Балаларҙың ялы бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп ойоштороласаҡ.
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2021 йылда лагерҙарға путевканың ярты хаҡын ата-әсәгә кире ҡайтарыу тураһында әйткәйне. Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова шул хаҡта хәтерләтте. 20 майҙан республикала ла балалар туризмы кэшбэгы программаһы сафҡа инә. Унда ҡатнашыу өсөн путевканы “Мир путешествий” сайты аша “Мир” картаһы ярҙамында һатып алырға кәрәк. Биш көн дауамында ярты хаҡ иҫәпкә кире ҡайтарыласаҡ. “Үткән йыл пандемия сәбәпле балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу кампанияһы үткәрелмәне. Быйыл уны тулыһынса ғәмәлгә ашырырға тейешбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Үрге Сереккүл ауылында Башҡортостан Башлығы Куйбышев исемендәге хужалыҡта заманса һөт комплексы төҙөү барышы менән танышты. Был проект “Инвестсәғәт”тә хуплау тапҡайны. Хужалыҡ етәксеһе Вадим Авзалов әйткәнсә, төҙөүселәр проекттың икенсе өлөшөн тамамлау алдында тора.
“Ауыл хужалығы продукцияһына мохтажлыҡ артасаҡ. Яңы проекттар әҙерләп, улар менән “Инвестсәғәт”кә килегеҙ”, – тине республика етәксеһе.
Артабан Башҡортостан Башлығы Илдар Ялаловтың крәҫтиән (фермер) хужалығында булып, ундағы сәсеү барышы менән танышты.
Был хужалыҡ 1992 йылда асылған. Фермер ҡарамағында – 1205 гектар ауыл хужалығы ерҙәре, үҙенең техникаһы бар, улар иҫәбендә – тракторҙар, иген йыйыу комбайндары.
Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда республика етәксеһе, продукцияны тәрән эшкәртеү агросәнәғәт комплексының беренсел йүнәлешенә әйләнә, бының өсөн сифатлы сеймал етештереү мөһим, тип билдәләне.
Шуны билдәләп үтер кәрәк: йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошмалары 3,8 миллиард һумға 1219 берәмек техника һатып алған. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк.
Түбәнге Йәркәй ауылында Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәфетдин Әғләм улы Ғуламановты күреп китте. Февралдә элекке яугиргә 94 йәш тулған. Ветерандың дүрт балаһы, туғыҙ ейән-ейәнсәре, 11 бүләһе бар.
Республика етәксеһе ветеранға яңы телевизор бүләк итте һәм, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен хәстәрләп торорға, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлашырға кәрәк, тип билдәләне.
Мәғлүмәт, фото: https://glavarb.ru/