Тырышҡан кешегә бөгөн аҡса эшләүҙең төрлө мөмкинлеге бар. Бигерәк тә ауылда йәшәүселәр өсөн. Уңған хужабикәләр май, ҡорот, һөт һатһа, йорт хужалары үҙҙәренсә кәсеп итә. Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында тиҫтәләгән кеше селек бәйләй. Әҙер һеперткеләрҙе күрше Магнитогорск ҡалаһынан хатта үҙҙәре үк килеп ала. Сираттағы командировкаларҙың береһендә шундай йүнселдәрҙең береһе Нуретдин Вәлиевтең йортона һуғылдым.
Ишек алдында көҙҙән үк әҙерләнгән селектәр тауҙай булып өйөлгән, эргәһендә әҙерҙәре лә урын алған. Нуретдин Ғәлиәкбәр улы хаҡлы ялда, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл рәттән селек бәйләү менән шөғөлләнә.
– Тик ултырғансы көн дә үтә, аҙыраҡ булһа ла табыш бит. Беҙгә ни селек бәйләүҙең әллә ни ҡыйынлығы юҡ, бәләкәйҙән күреп-эшләп үҫкән шөғөл. Һораусыһы булғас, тәүәккәлләнем. Ауылда бер нисә кеше селек бәйләй. Беребеҙ йыйып, әҙер һеперткеләрҙе оҙата. Магнитогорск ҡалаһынан үҙҙәре килеп ала, бер оҙатҡанда ике меңләп һепертке эшләйем. Бер һеперткенең хаҡы – 2 һум 20 тин. Көҙҙән селектәрҙе ҡырҡып әҙерләп ҡуябыҙ ҙа ҡыш рәхәтләнеп бәйләйбеҙ, – тип йылмая һепертке бәйләү оҫтаһы.
Ҡыш көнө ауылда ла һепертке һораусылар күбәйә, улар ҙа селек бәйләү оҫталарына килә. Тиҙҙән һәр ерҙә өмәләр башланасаҡ, бында ла Рыҫҡужаның оҫта ҡуллы селек бәйләүселәренең һеперткеләренә ҙур ихтыяж буласаҡ. Ауыл оҫтаһы үҙе әйтмешләй, һорау бар икән, тимәк, боронғо шөғөл дә йәшәйәсәк.