Йәмғиәт
7 Май 2021, 06:58

“Төп маҡсатым – шәхес булараҡ үҫеү”

“Башҡортостан гүзәле” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы – Миләүшә БАЙҒОЛОВА.

“Башҡортостан гүзәле” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы – Миләүшә БАЙҒОЛОВА.


Ул 1996 йылдың 5 ноябрендә Сибай ҡалаһында донъяға килә.


Өфө ҡалаһының Заһир Ис­мәғилев исемендәге сәнғәт институтының хореография бүлеген тамамлай.


Миләүшә әлеге көндә хореграф булып эшләй. “Эдельвейс” бейеү ансамбле менән Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, ҡала бәйге­ләрендә лауреат исемдәренә лайыҡ була.


“Үҙем күптән хыял иткән “Байыҡ” республика бәйгеһендә ҡатнашып 1-се турҙы уңышлы үттем.


Төп эшемдән тыш “Йәш яҡташтар ассоциацияһында” сәнғәт бүлеге етәксеһе эшен башҡарам. Беҙ бергәләшеп төрлө саралар, форумдар үткәрәбеҙ. Әлеге көндә “Гитара battle” башҡорт йырҙарын гитарала башҡарыу буйынса бәйге үткәрергә әҙерләнәбеҙ”, – ти ҡыҙ үҙе.


Миләүшәнең маҡсаты – үҙе өҫтөндә эшләү, күп уҡыу, мәҙә­ниәтле булыу, ғөмүмән, шәхес булараҡ үҫеү. Быға уның БДУ-лағы “Философия һәм Социология” факультетында белем алыуы ла булышлыҡ итә.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес:
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номи­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.



Читайте нас