Янғын хәүефе артҡан осор башланғандан алып республикала 47 урман янғыны теркәлгән. Улар 197,1 гектар ерҙе биләгән. Утты һүндереүҙә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман янғындары формированиеларының 893 хеҙмәткәре һәм 295 техника берәмеге ҡатнашҡан. Янғындар тулыһынса туҡтатылған, ауылдарға, иҡтисад объекттарына зыян килмәгән. Бер янғын уртаса 4,19 гектарға тура килә (Волга буйы федераль округында был һан 7,2-гә тигеҙ, Рәсәй буйынса – 152,5).
Үткән тәүлектә Бәләбәй урман хужалығында бер янғын теркәлгән, ул 1,5 гектар майҙанды алған. Утты һүндереүҙә 30 кеше ҡатнашҡан, һигеҙ техника берәмеге ҡулланылған. Янғын шул уҡ көндө туҡтатылған.
Янғын сығыуҙың сәбәптәре ғәҙәттә ошолар:
– 25 осраҡта – башҡа ерҙә кипкән үләнде рөхсәтһеҙ яндырыу арҡаһында уттың урманға күсеүе;
– 21-е – халыҡтың урманда утты һаҡһыҙ тотоноуы;
– 1 осраҡ – техноген сәбәп (линия объекты).
Үткән тәүлектә райондарҙың урман хужалыҡтары һәм Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте менән берлектә ике гектар ерҙә термонөктә табылып хәүефһеҙләндерелгән. Бөгөнгә бындай урындарҙың һаны – 309, улар 12970 гектар ерҙә урынлашҡан.
Янғын хәүефе артҡан миҙгел башынан авиация 4,7 гектар ерҙе алып торған ете янғынды табыуға ирешкән. Дәүләт урман инспекторҙары урман биләмәләре буйлап 8530 патруль ойошторған. Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 48 осраҡ теркәлгән. Урманға яҡын ятҡан ерҙәр хужаларына урман ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү яһалған. Алты урман янғынында (улар барыһы ла Учалы урман хужалығында теркәлгән) ғәйеплеләрҙе билдәләү буйынса тикшереү бара. Баймаҡ һәм Маҡар урман хужалыҡтарында теркәлгән ике янғын буйынса ғәйеплеләр табылған.
Бөгөнгә, йәғни 7 майға ҡарата урмандарҙа 1–3-сө класҡа ҡараған янғын хәүефе бар, ә өс районда – Белорет, Йылайыр, Туймазыла – 4-се класс кимәлендәге хәүеф билдәләнә.
Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: республикала 28 апрелдән алып янғынға ҡаршы айырым режим индерелде, урман янғынын һүндереү формированиелары “Юғары әҙерлек” хәленә килтерелде.
Яҙын, ҡоро үлән күп саҡта, бәләкәй генә осҡон да ҙур бәләгә килтереүе бар. Шул хаҡта онотмай, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү зарур. Урманда төтәп ятҡан урын күргән осраҡта урман һағының берҙәм бушлай телефонына: 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 218-14-14.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: министрлыҡ сайтынан.