Нефтекама ҡалаһы халҡы, сүп сығарған өсөн түләү квитанцияларын алғас, аптырап ҡалған. Был турала Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр. Баҡһаң, түләүҙе ике тапҡыр ебәргәндәр икән. Ошо ҡала кешеһе Валентина Жукова социаль селтәрҙә яҙыуынса, апрель өсөн бурыс 7 700 һумға барып еткән.
Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторына мөрәжәғәт ебәрелгән дә инде. Был квитанцияларҙы әҙерләгәндә төбәк операторы менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡушыуҙан техник хата килеп сыҡҡан икән.
– Әле белгестәр дублдәрҙе юҡҡа сығара. Бөтә булған хаталар киләһе аҙна аҙағына тиклем төҙәтеләсәк, квитанциялар өсөн түләнгән аҡса клиенттарҙың шәхси иҫәбенә күсерелә йәки уларға ҡайтарып бирелә – тип аңлаттылар Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгендә.
Аҡсаны “Дүртөйлөмелиоводстрой”ҙың клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә (Нефтекама ҡалаһы, Ленин урамы, 30-сы йорт) йәки төбәк операторы сайтындағы шәхси кабинетта “ТКО-РО Дюртюлимелиоводстрой» мобиль ҡушымтаһы буйынса, abonent@dmsrb.ru электрон почтаһы аша, шулай уҡ 88002227240 “ҡайнар линия”һы буйынса ҡайтарырға мөмкин.