2021 йылдың I кварталы йомғаҡтары буйынса, республикала дөйөм эшһеҙлек һаны 15,5 мең кешегә, йәғни 14 процентҡа, кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республика Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай мәғлүмәт бирҙе.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, былтыр хеҙмәт баҙарында хәл сиктән тыш көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, быйыл барыһы ла яйға һалынып килә.
"Дөйөм системалы эш, федераль власть ярҙамы һөҙөмтәһендә эшһеҙҙәр күләме кәмей. Ләкин был мәсьәлә артабан да көнүҙәктәрҙең береһе булып ҡала. Уны даими контролдә тотоуҙы һорайым", – тине Андрей Назаров.
Максим Забелин 2020 йылда өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу ярҙамында хеҙмәт баҙарында ыңғай динамикаға өлгәшелеүен билдәләне. Бынан тыш, республикала эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән программалар ҙа хеҙмәт баҙарын йәнләндереүгә булышлыҡ итә. Уларға тәү сиратта “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы инә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың эшләгән халыҡ һанын пандемияға тиклемге күрһәткестәргә еткереү тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, республикала саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Улар коронавирус таралыу һөҙөмтәһендә айырыуса ҙур зыян күргән кешеләрҙе эш менән тәьмин итеүгә, мәшғүллекте һаҡлауға йүнәлтелә.
“Эш биреүселәрҙе эшһеҙ граждандарҙы яллауға дәртләндереү” сараһы буйынса төҙөлгән килешеү нигеҙендә 8479 кешене эш менән тәьмин итеү күҙаллана. Әле 411 эш биреүсенән 938 ғариза килгән, йәмғеһе 2859 вакансия тәҡдим ителә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51474
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru