Йәмғиәт
11 Май 2021, 09:34

Халыҡҡа терәк булып йәшәйҙәр

Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән Салауат районының бәләкәй генә Илтәй ауылында һоҡланғыс ғаилә Әҡлимә Сөләймән ҡыҙы менән Рим Хан улы Һаҙыевтар ғүмер кисерә. Былтыр алтын туйҙарын үткәреп, йәшлектә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашып, 51 йыл ғүмер кисерә улар.

Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән Салауат районының бәләкәй генә Илтәй ауылында һоҡланғыс ғаилә Әҡлимә Сөләймән ҡыҙы менән Рим Хан улы Һаҙыевтар ғүмер кисерә. Былтыр алтын туйҙарын үткәреп, йәшлектә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашып, 51 йыл ғүмер кисерә улар.


Рим Хан улы 1947 йылда Илтәй ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағас, Совет Армияһына хеҙмәткә бара. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егет Аксен ауыл хужалығы техникумында һөнәри белем ала, һуңынан тыуған райо­нына эшкә ҡайта. Йәш белгескә тәүге көндәрҙән үк яуаплы вазифалар йөк­мә­телә: “Лағыр” һәм “Һар­ғамыш” совхоз­дарының комсомол комитеты секретары, “Һарғамыш” сов­хо­зының кадрҙар бүлеге етәк­сеһе, Торналы ауы­лы­ның мәҙәниәт йорто директоры, “Торналы” совхо­зы­ның Илтәй бүлеге агрономы, идарасы-управляющийы, Янғантау ауыл хакимиәте башлығы. Нин­дәй генә эште башҡарма­һын, дәртле, ярҙамсыл, киң күңелле, алсаҡ, игелекле булыуы менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанды.
Янғантау ауыл хаки­миәте башлығы вазифа­һын башҡарған йылдарҙа Рим Хан улының халыҡ мәнфәғәтендә ойошторған эше бихисап. Шуларҙың береһе – Еңеүҙең 55 йыл­лығына арналған, Янған­тау ауыл хаки­миәтенә ҡараған ауыл­дарҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран­дар­ҙың исемдәре теркәлгән мемориаль комплекс – Хәтер стелаһы. 2000 йыл­дың 9 майында уны асыу тантанаһынан һуң ветерандар, уларҙың ҡатын­дары, балалары, туғанда­ры стелала алтын хәреф­тәр менән яҙылған исем-фамилиялар буйлап бар­маҡтарын йөрөткәндә, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон улар ғына түгел, үҙе лә кисерә ине.
Шундай мөһим эштәре, кешелекле булғаны, бер кемдең дә һорауын кире ҡаҡмағаны өсөн халыҡ уны ярата, үҙ итә. Әлеге ваҡытта, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Комсомол ауылында урын­лашҡан мәсеттең имам-хатибы булараҡ, халыҡҡа хеҙмәтен дауам итә. Аллаһ Тәғәлә биргән көс-ҡеүәт, яҡшы энергияға әйлә­неп, доға-аяттары, теләктәре аша яҡындарын һаҡлай һәм яҡлай.
Һөйгәне Әҡлимә Сө­ләймән ҡыҙы 1949 йылда Арҡауыл ауылында тыу­ған, шунда урта мәктәп тамамлап, “Һарғамыш”, “Лағыр” совхоздарында бухгалтер, кассир, бухгалтер-нормировщик булып эшләй. Ә инде Өфө китапхана техникумын та­мамлағас, Салауат райо­нының Илтәй ауылында 32 йыл китапхана мөдире була. Китапхана ҡара­мағындағы Илтәй, Мөсәт, Урҙалы, Комсомол, Сулпан кеүек ауылдарҙың һәм Янғантау ҡаса­баһы­ның эшсәндәрен, күсмә китапхана һәм китап би­реү пункттарын хеҙмәт­лән­дерә. Әҡлимә Сө­ләймән ҡыҙы менән ара­лашҡан кешеләр уны һәр ваҡыт сабыр холоҡло, тә­рән аҡыл менән эш иткән төплө хеҙмәткәр, ипле ҡатын-ҡыҙ тип белә. Ул бөтә балаларҙы ла яратыр, йомшаҡ ҡына һөй­ләшер, ҡыйын булһа ла, түҙер һәм бер ҡасан да туҙынмаҫ. Баҡсаһындағы сәскәһенә лә, ихаталағы малдарына ла һөйөү менән ҡарар.
Үҙенең төп эшенән тыш, әллә күпме йәмәғәт эшен дә башҡарып өлгөрә ине ул: семинарҙар, осра­шыуҙар, концерттар, төр­лө байрамдарға арнал­ған саралар. Ул йылдарҙа йәмәғәт эштәрен Һаҙыев­тар бергә башҡарҙы, оҫта итеп гармунда уйнаған, матур итеп йырлаған Рим Хан улынан башҡа бер мәҙәни сара ла үтмәне.
Рим Хан улы менән Әҡ­лимә Сөләймән ҡыҙының хеҙмәт юлдарын үҙҙәре­нең даими эш өлкәһендә генә түгел, ә йәмәғәт тормошонда ла күрһәткән уңыштарын Хөкүмәт тарафынан бирелгән Маҡ­тау грамоталары биҙәй. Улар хаҡында республика матбуғатында төрлө мәҡә­ләләр донъя күрҙе. Салауат районында ғына түгел, төньяҡ-көнсығышҡа ҡара­ған райондарҙа ла, сиктәш өлкәләрҙә лә татыу ғаилә­не беләләр, хөрмәт итәләр.
Әҡлимә менән Рим Һа­ҙыевтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Уртансы улдары Азат фажиғәле донъя ҡуйғас та, улар йө­рәк яраларының һул­ҡыл­дауына ҡарамайынса, теш ҡыҫып йәшәргә, ҡал­ған балаларына, ейән­дәренә терәк, өлгө булыр­ға тырыша. Оло улдары Азамат – “Янғантау” шифа­ханаһында оператор, ҡыҙҙары Гүзәлиә Баш­ҡортостан Фәндәр акаде­мияһында эшләй. Һәр береһенең ғаиләһе бар, терәк ныҡ булғанлыҡтан, балаларҙың тормошо ла яйға һалынған.
Матур өйө, төҙөк ҡаралтыһы Рим Хан улының әле лә бөтмөр, йәштәргә мах бирмәҫ булыуын күрһәтә. Хәләл ефете – уңған хужабикә, хәстәрлекле инәй, өләсәй. Әҡлимә Сөләймән ҡыҙы бешергән тәмле икмәкте, телеңде йоторлоҡ аш-һыйын балалары, туған­дары һәм ауылдаштары һәр ваҡыт маҡтап ашай. Ауылға йәм өҫтәп сәскәгә күмелгән йорт күҙҙең яуын алып тора.
Шундай көслө рухлы, түҙемле, нур сәсеп торған изге кешеләр менән бар, бай Башҡортостаныбыҙ. Балаларға, йәштәргә өлгө, халыҡҡа терәк, кәрәк булып, тыныс тормошта йә­шәргә яҙһын был өлгөлө ғаиләгә.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас