Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова йәнә төҙөкләндереү темаһына сығыш яһаны. 11 майға ҡарата 94 мең кеше 2022 йылда Башҡортостанда төҙөкләндереләсәк проекттар буйынса тауыш биргән. Дөйөм алғанда, республикала ихаталарҙы төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттар подъездарын капиталь ремонтлау һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу әүҙемләшә.
Быйыл 21 ҡалала 140 ихата төҙөкләндереләсәк. Уларҙа юлдарға асфальт түшәләсәк, 839 яҡтыртҡыс һәм 586 яҡтылыҡ бағанаһы, 125 балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ. Эштәр Туймазы, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында графиктан алда бара. Шулай уҡ быйыл 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд ремонты тамамланасаҡ.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2021 йылда республика федераль конкурстарҙа еңде һәм 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү өсөн 1,77 миллиард һум аҡса алды. Әле 59 муниципалитетта материалдар һатып алалар, әҙерлек эштәре бара. Йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенское ауылында һәм Йылайыр ауылында һигеҙ конкурс проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
Радий Хәбиров Премьер-министр Андрей Назаровҡа Ағиҙел һәм Мәләүез ҡалаһында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса эштәр барышын шәхси контролгә алырға ҡушты.
– Федераль конкурста еңеп сығыуығыҙ өсөн афарин, тик эштәр графигын һуҙыуығыҙ насар. Подрядсыларҙы һайлай белергә кәрәк, улар ышаныслы компаниялар һәм предприятиелар булһын. Әле федераль конкурста ҡатнашыр өсөн 14 ҡала һәм район сиратта тора, һөҙөмтә августа яһаласаҡ. Был бөтәбеҙгә лә яуаплылыҡ өҫтәй, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республиканың Торлаҡ-хужалыҡ министрлығына йәй дауамында 2022 йыл өсөн ҡала һәм райондарҙа комплекслы төҙөкләндереүҙе үткәреү планын әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.