Йәмғиәт
11 Май 2021, 08:50

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлаша

Ҡазандағы атыш ваҡытында зыян күргән кешеләргә республика ярҙам итергә әҙер.

Бөгөн Ҡазанда булған ҙур фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Ошо ваҡиғаға ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙ арала республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Бынан тыш ул Казандағы терактта зыян күргән бөтә кешеләргә Башҡортостан шифаханаларында бушлай реабилитация һәм ғаилә ялы үтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ зыян күргәндәргә республика ҡулынан килгәнсә төрлө яҡлы ярҙам итергә әҙер.
Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Ҡазан кешеләре һәм һәләк булғандарҙың туғандары исеменә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Ҡазанда ике кеше мәктәпкә килеп ут аса. Уларҙың береһе 19 йәшлек егет булып сыға, уны ҡулға алғандар. Ул ҡорал тотоп гимназияға ингән һәм ут асҡан. Икенсе атыусыны штурм ваҡытында юҡ иткәндәр.
Әлегә тиклем үлгәндәр һаны буйынса аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Ҡайһы бер сығанаҡтар туғыҙ, икенселәре 13 кеше тураһында хәбәр итә. Дүрт кеше дауаханала.
Фото: tvsamara.ru
Читайте нас