Ял көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында тантаналы саралар уҙҙы. Әлбиттә, төп саралар баш ҡалала үтте. Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыуға арналған тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Иң тәүҙә Радий Фәрит улы Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы исеменән Еңеү паркында урынлашҡан Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалды.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил һағында торғандарҙы, яу яланында ятып ҡалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү осоусылар мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәрен, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын сәләмләне. Уҡыусылар, курсанттар яугирҙәрҙең үлемһеҙ батырлығына арналған тантаналы маршта ҡатнашты.
Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимовтың бюстарына, тыл һәм хеҙмәт ветерандары һәйкәленә лә сәскәләр һалды.
Республика етәксеһе Еңеү паркындағы “Еңеүҙең алтын йондоҙҙары” интерактив майҙансыҡтарҙы, кадеттар сығышын, йәш шиғыр уҡыусылар бәйгеһен, фотоһүрәттәр һәм картиналар күргәҙмәһен ҡараны. Эске эштәр министрлығы кинолог хеҙмәт үҙәгенең эттәре лә сығыш яһаны.
Радий Хәбиров ветерандар һәм Өфө халҡы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотлап, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.
Артабан Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары хәрби парад ҡарап кинәнде. Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре тантаналы рәүештә Өфө ҡалаһының Октябрь проспектынан үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт, хәрби хеҙмәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тантананы ҡунаҡ трибуналарынан күҙәтте. Уларҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы, тантанаға йыйылған ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
“Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле парадта ҡатнашыусылар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым! Был изге дата халҡыбыҙ һәм киләсәк быуын яҙмышына мәңгелеккә бәйләнгән. Беҙ һәр яугирҙең, һәр тыл ветеранының исемдәрен иҫләйбеҙ. Уларҙың ныҡлығы, яу һәм хеҙмәт батырлығы алдында баш эйәбеҙ”, – тине ул һәм Тыуған ил өсөн баштарын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте.
Радий Хәбиров хәрби хеҙмәт һалдаттарының, кадеттарҙың һәм йәш хәрбиҙәрҙең илебеҙ хәүефһеҙлеге һағында тороуын билдәләне:
“Ватаныбыҙҙың көслө һәм ышаныслы ҡалҡаны бар”.
Тантаналы парадты байраҡлы төркөм һәм барабансылар взводы асты. Октябрь проспекты буйлап сафта 1400-ҙән ашыу Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, кадеттар, хәрби хеҙмәт һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары уҙҙы.
Улар артынан Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы техника үтте. Техника Красногорск ҡалаһындағы “Техника музейы”на нигеҙ һалыусы Вадим Задорожныйҙың шәхси коллекцияһынан.
Парад “Первушино” бәләкәй авиация аэродром комплексы төркөмөнөң сығышы менән тамамланды.
Байрам көнө һуңында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары В.И. Ленин исемендәге һәм “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандарға йыйылды. Ике майҙанда 850-шәр залп яңғыраны. Уларҙың бейеклеге 200 метрға етте. Фейерверктар алты минут дауамында янды.
Байрам салюты Өфөгә “Хеҙмәт һәм дан батырлығы ҡалаһы” почетлы исемен биреүгә лә арналды.
Журналистар менән аралашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү парадынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
“Башҡортостан Башлығы вазифаһында тантаналы парад минең өсөн икенсе тапҡыр уҙа, сөнки былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында был сараны уҙғарыу мөмкин түгел ине.
Ойоштороу йәһәтенән яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бар, тип әйтә алам. Барыбыҙ ҙа тере аралашыуға һыуһағанбыҙ. Күреүегеҙсә, тантанаға күп кеше килде. Шулай ҙа коронавирус йәһәтенән борсолоуҙар бар, шуға күрә ябыҡ урындарҙағы сараларҙы ҡыҫҡартырға тура килде.
Ветерандар менән аралашыуыма бик шатмын. Муниципалитет башлыҡтарына оло йәштәгеләргә мөмкин тиклем ҙур иғтибар бүлергә ҡуштым, шуға күрә ошондай саралар бөтә Башҡортостан буйлап үтә.
Хәрби техниканы күберәк күрһәтеүҙәрен теләйем. Балаларға был бик ҡыҙыҡ. Бөгөнгө парадты ҡараған балалар Тыуған илде һаҡларға кәрәклеген нығыраҡ аңлай.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Өфө ҡалаһына “Хеҙмәт һәм дан батырлығы ҡалаһы” исемен биреү хаҡында ҡарар сығарҙы. Был – Өфөнөң Еңеүгә индергән өлөшөн тейешенсә һәм дөрөҫ баһалау.
Бөгөн миңә бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәндәр һуғыш балаларына социаль ярҙам күрһәтеү хаҡында сығарылған закон өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар түҙгеһеҙ шарттарҙа, ас йәшәгән, ҡара таңдан төнгә тиклем эшләгән. Беҙ улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Һуғыш балалары өсөн таныҡлыҡтар әҙерләнек, медицина учреждениеларында, былай ҙа ярҙам төрҙәре булдырҙыҡ. Һуғыш балалары өсөн йылына бер тапҡыр бирелә торған пособие ла булдырырға йыйынабыҙ”.