Йәмғиәт
11 Май 2021, 06:53

Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ (Дауамы)

Учалыла Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған саралар гөрләп үтте. Иң тәүҙә Дан стелаһы эргәһендә митинг ойошторолдо, тыныс тормош өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, стелаға сәскәләр һалынды.

Учалыла – байрам кәйефе


Учалыла Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған саралар гөрләп үтте. Иң тәүҙә Дан стелаһы эргәһендә митинг ойошторолдо, тыныс тормош өсөн башын һалғандарҙың иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, стелаға сәскәләр һалынды.


Быйыл беренсе тапҡыр Учалыла Еңеү парады “Таусы” стадионында үтте. Парад менән Учалы районы һәм ҡалаһының хәрби комиссары Вадим Виноградов етәкселек итте. Парадты муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡабул итте. Ул барыһын да Еңеү көнө менән ҡотлап, телмәр тотто.
Парадта 10-сы мәктәптең кадет кластары, барабансылар, учреждение, предприятие, ойошмалар хеҙмәт­кәр­ҙәре, хәрби техника колоннаһы ҡатнашты.
Ҡаланың Ял һәм мәҙәниәт паркын­да һалдат бутҡаһы менән ялан кух­няһы, байрам сауҙаһы ойошторолдо.

Дан стелаһы эргәһендә көн дауамында ҡала-райондың ижад коллективтары учалыларға байрам кәйефе бүләк итте.


Баймаҡтар дүрт ветеранын ҡотланы


Бөйөк Еңеү көнөн баймаҡтар һәр ваҡыттағыса оло күтәренкелек менән ҡаршылай: райондың бөтә ауыл биләмәләрендә байрам хөрмәтенә төрлө саралар үтә, яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ, һуғыш һәм тыл ветерандары хөрмәтләнде.


Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәйкәлдәренә сәскәләр һәм веноктар һалды.
Кисә Баймаҡ ҡалаһының Еңеү паркында “Танк” хәрби техникаһы һәйкәле асылды. Баймаҡ районы хакимиәте баш­лығы Фәнис Әминев белде­реүенсә, был машиналар Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙә ҙур роль уйнаған. Был беҙҙең өсөн тәү сиратта Бөйөк Еңеү символы. Яугирҙәребеҙ, совет халҡының ҡаһарманлығы тураһында хәтер символы.
Шулай уҡ районда Бөйөк Еңеү көнө алдынан матур йолаға әйләнгән “Ҡуянтау – Баймаҡ” марафоны үтте. Бы­йыл 140-ҡа яҡын спортсы ҡат­наш­ты, улар араһында Дәүләт Думаһы де­путаты Зариф Байғусҡаров та йүгерҙе. Сәләмәт тормош яҡлы һәр кем – олоһо ла, кесеһе лә был көндө старт һыҙығына баҫты. Ярыш Бөйөк Еңеү көнөнә һәм һуғыш ветерандарына арналды.
“Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын байрам итеү алдынан йола буйынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына барҙыҡ. Ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы Ғәйзулла Әблүзинде, Валентина Потапованы, Геннадий Соловьевты һәм Әбүзәр Ишморатовты ҡотлап, уларға бүләктәр тапшырҙыҡ. Улар районда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни бары дүртәү генә ҡалды. Был байрам көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ! Ғүмерегеҙ оҙон һәм бәхетле булһын!” – тип яҙған ра­йон хакимиәте башлығы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.


Дәүләкәндәр ҙә батырҙарын хәтергә алды


Дәүләкән районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы ҡотланылар.


Коронавирус инфекцияһы сәбәпле был олуғ дата ҙур тантана итеп үткә­релмәһә лә, халыҡ күпләп йы­йыл­маһа ла, был Тыуған илен дошман­дарҙан үҙен аямай һаҡлағандарҙы хәтерләмәүҙе аңлатманы. Бөйөк Еңеү көнөндә Хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһына, Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалынды. Шулай итеп, геройҙарҙың батырлығына дан йырланды. Был тантаналы сарала Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.
8 майҙа, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, ветерандар Евгений Григорьев, Ишбулат Мәғәсүмов, Лоҡман Шафиҡов өсөн шәхси парад ойошторолһа, бөгөн был матур сара Георгий Мисюркеев өсөн үткәрелде.


Әлшәйҙәр яугир яҡташтарын онотмай


Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын ҡар­шылар алдынан Әлшәй районының Әбделкәрим ауылы халҡы тантаналы рәүештә яугир яҡташтары хөрмәтенә обелиск асыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите хәбәрселәре.


Ауылдағы иҫтәлекле ваҡиғала ҡатнашыу өсөн, сит төбәктәрҙә йәшә­гән яҡташтары ла ҡайтҡан. Әбдел­кәримдәрҙе байрам менән ҡотларға, обелиск асыу шатлығын уртаҡ­лашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данир Әхмәҙишин, һәйкәлде төҙөүгә ҙур өлөш индергән “Заря” ауыл хужалығы етәксеһе Наил Әминев, Әбдрәшит ауыл советы башлығы Зилә Асфина ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары тарафынан ойошторолған байрам концерты күңелдәрҙе күтәрҙе. Был тантаналы көн әбделкәримдәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Ташлы ауыл советының Баязит ауылында ла Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск асылды. Был тулҡын­ландырғыс көндө ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Яугир ауылдаштар иҫтәлеген улар ҡәҙерләп һаҡлаясаҡ, йәш быуынға аманат итеп тапшырасаҡ.


Аҡьярҙа “Һалдат һәйкәле” асылды


Башҡортостанда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған “Атайсал” проекты киң ҡолас ала бара. Был башланғыстың асылы – һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төйәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала.


Ошондай исем аҫтында махсус портал асылып, әле унда йөҙҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Хәйбул­ла районынан “Атайсал” порталында ике проект теркәлде. Уларҙың береһе район үҙәгендә “Һалдат һәйкәле” проекты булһа, икенсеһе – Таштуғай ауылында ҡоҙоҡто тәртипкә килтереү.
Бөйөк Еңеү көнөндә Хәйбулла ра­йоны хакимиәте бинаһы янында тантаналы рәүештә “Һалдат һәйкәле”н асыу тантанаһы үтте. Был сара уңа­йынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынба­ҫары Роза Рәсембәтова үҙе яҙған шиғырҙы һөйләне.



Йылдар үтһә лә, батырлыҡтары онотолмай


Ғафури районының Юлыҡ ауылында ла байрам сараһы үткәрелде.


Еңеү байрамы айҡанлы ойош­то­ролған митингка Юлыҡ ауылы халҡы йыйылды. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙ­мәткәрҙәре үткәргән был сарала мәктәп уҡыусылары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар ҡат­нашты.
Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Юлыҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 207 кеше киткән. Уларҙың 87-һенә генә тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булған.
Ҡанлы һуғыш яландарында башын һалғандар, иҫән-һау ҡайтып та ҡаты яраларҙан мәрхүм булған ветерандар, ауыр һуғыш йылдарында аслыҡ-яланғаслыҡтан ғүмере өҙөлгәндәр рухына ауыл имам-хатибы Салауат Юлыҡов мулла аят уҡыны. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Р.Ғ. Абдрахманов тыл ветерандарына ҡотлау хаттарын уҡып ишеттерҙе һәм байрам бүләктәрен тапшырҙы. Сараны ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең матур йырҙары биҙәне.

Читайте нас