Йәмғиәт
11 Май 2021, 13:00

Һыу буйында аяҡ кейемен табалар

11 йәшлек малай бер тәүлек тотҡонда ултырған

Кисә Ленин районында 11 йәшлек малайҙың юғалыуы тураһында ҡотҡарыусыларға бөгөн генә хәбәр итәләр. Малайҙың яҡындары төнө буйы уны үҙ көсө менән эҙләп маташа.
Баланы эҙләүгә шунда уҡ ҡотҡарыусылар, “Лиза Алерт” ирекмәндәре, хоҡуҡ һаҡсылары ҡушыла. Иртән бала табылмағас, уны һыуҙан эҙләй башлайҙар һәм аяҡ кейемен табалар... Бала батҡан икән тип, уны һыуҙан эҙләйҙәр. Әммә уны таба алмайҙар. Баҡһаң, ул йылға ярында ятҡан тимер мискә эсенә инеп йәшенә лә, шунан сыға алмай аҙаплана. Бергә уйнаған дуҫтары уны таба алмай, таралыша. Ҡайтҡан икән тип уйлайҙар. Үҙенең ҡайҙалығын хәбәр итер ине лә, телефоны өйҙә тороп ҡалған. Шулай итеп, аңһыҙлығы арҡаһында малай төндө мискә эсендә үткәрә.
Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре мискәне бысып, баланы тотҡонлоҡтан сығара.
Ярай әле иҫән-һау табылған.

фото: Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәтенән алынды.
Читайте нас