Йәмғиәт
12 Май 2021, 10:00

Бәхетле ҡатын-ҡыҙ – донъя йәме

20-21 майҙа “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтәсәк.

20-21 майҙа “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтәсәк.
Мәрхәмәтлелек проекты Башҡортостандың гүзәл заттарын социаль, эшлекле, ижади йәһәттән үҙ-үҙҙәрен табыу юлында берләштереүгә, уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Асыҡ Академия тотош Рәсәй күләмендә ойошторола һәм билдәле-ҡатын-ҡыҙҙарҙы, эксперттарҙы, спикерҙарҙы туплаясаҡ. Быға этәргес булып йыл һайын үткәрелә килгән Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы тора.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс тестар уҙғарыласаҡ.
Ҡунаҡтар араһында Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор кеүек билдәле ҡатын-ҡыҙҙар көтөлә.
Улар тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Эшлекле өлөштә төбәктең эшлекле, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары сығыш яһаясаҡ.
Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән территорияженскогосчастья.рф сайтында танышырға мөмкин.
Ҡатнашыу бушлай, әммә теркәлеү мотлаҡ!
Проект 2019 йылда старт алған, ошо мәлдән алып Асыҡ Академия эшендә республиканың 14 ҡала һәм районынан 28 меңдән ашыу гүзәл зат ҡатнашҡан.
Пандемия осоронда “Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” форматын ваҡытлыса үҙгәртеп торҙо – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа өс сәғәт буйынса телемарафон барҙы.
Дүрт тапҡыр үткән программаны йөҙәрләгән мең кеше ҡараны. Ҡала һәм райондарға тар йүнәлешле медицина белгесәтре командировкаға юлланды һәм яҙылыу буйынса пациенттарҙы ҡабул итте.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тормошта үҙ урынын табырға, һәләттәрен үҫтерергә, йәшәйешен үҙгәртергә, хыялдарын тормошҡа ашырырға ниәтләгән гүзәл заттар өсөн булдырылған уникаль проект.
Асыҡ Академия айырым биләмәләргә бүленгән: сәләмәтлек, эшҡыуарлыҡ, үҙ-үҙеңде танып белеү, сәнғәт, матурлыҡ биләмәләре. Һәр ҡайһыһында кәрәкле мәғлүмәт, белгестәр консультацияһын алырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға була. Бигерәк тә был үҙәктән йырағыраҡ йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим: улар республика һәм федераль кимәлдәге белгестәрҙең кәңәштәрен алырға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур берләшмәһенең бер өлөшөнә әүерелергә мөмкин.
Асыҡ Академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас